-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 11:00

Өфөлә “Тамға” башҡорт милли костюмы оҫталарының Халыҡ-ара конкурсы финалы үтте.

Финалға сыҡҡан оҫталарҙың сағыу һәм төрлө эштәрен ҡарау “Торатау” Конгресс-холы майҙансығы алдындағы тирмәлә ойошторолдо.

Финалға сыҡҡан оҫталарҙың сағыу һәм төрлө эштәрен ҡарау “Торатау” Конгресс-холы майҙансығы алдындағы тирмәлә ойошторолдо.
Ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрҙе күрһәтте һәм жюри һорауҙарына яуап бирҙе. Проекттың финалында Өфө, Туймазы ҡалалары, Салауат районы, Силәбе, Ҡурған өлкәләре, Мәскәү ҡалаһы һәм Ҡаҙағстан республикаһынан оҫталар, костюм рәссамдары һәм дизайнерҙар ҡатнашты.
– Быйыл проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы ойошторолдо, – тине мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Министр белдереүенсә, проектта 10 төбәк, биш ил вәкиле ҡатнашҡан, 300-ҙән ашыу оҫта 1500 самаһы эшен тәҡдим иткән. Әминә Ивний ҡыҙы башҡорт костюмын һаҡлауға индергән өлөшө өсөн оҫта-белгестәргә һәм жюри ағзаларына Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Авторҙар үҙҙәренең эштәрен биш номинацияла тәҡдим итте: “Башҡорт милли костюмы – реконструкция”, “Заманса автор костюмы”, “Балалар костюмы”, “Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре” һәм “Башҡорт традицион костюмының аксессуарҙары”.
Жюри рәйесе, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков конкурста ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте. Гран-при һәм беренсе урын алған кешеләрҙең исеме 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөнә арналған саралар сиктәрендә билдәле буласаҡ. Төп приз – 300 000 һум, I дәрәжә лауреаттары 100 000 һумлыҡ аҡсалата сертификаттар аласаҡ.
Ҡалған урындар финалда билдәләнде. Өсөнсө дәрәжә дипломы, 30 000 һумлыҡ аҡсалата сертификат һәм иҫтәлекле бүләктәргә биш кеше лайыҡ булды. Улар – “Заманса автор костюмы” номинацияһында – Гөлнара Хәсәнова (Өфө ҡалаһы), “Балалар костюмы” номинацияһында – Алһыу Кинйәбаева (Өфө ҡалаһы), “Башҡорт милли костюмы – реконструкция” номинацияһында – Гөлнара Шафиҡова (Өфө ҡалаһы), Зәнилә Ғәлиева (Силәбе өлкәһе), “Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары” номинацияһында – Гөлназ Ҡурамшина (Мәскәү ҡалаһы).
Икенсе дәрәжә дипломы менән “Заманса автор костюмы” номинацияһында – Радина Батпенова (Ҡаҙағстан республикаһы), “Башҡорт милли биҙәүестәре” – Александр Евлахов (Өфө ҡалаһы), “Башҡорт милли костюмы – реконструкция” номинацияһында – Флорид Вәхитов (Туймазы ҡалаһы), Ғәбиҙә Вәлиева (Ҡурған өлкәһе), “Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары” номинацияһында – Рафаэль Амантаев (Өфө ҡалаһы), Илдар Ғатауллин (Өфө ҡалаһы) еңеүсе тип табылды. Уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм 50 000 һумлыҡ аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
Бынан тыш конкурс финалсыларын “Ғаилә реликвияһы”, “Сигеү сәнғәте”, “Башҡорт мәҙәниәте амбассадоры”, “Традицион башҡорт костюмын һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн”, “Башҡорт милли костюмын пропагандалау өсөн” номинацияларында махсус приздар менән бүләкләнеләр.
Эштәрҙе түбәндәге критерийҙарҙы иҫәптә тотоп баһаланылар: тарихи канондар һәм кейеү мәҙәниәтен һаҡлау, һөнәри кимәл һәм эште башҡарыу сифаты, шулай уҡ композицион һәм стиль бөтөнлөгө һәм башҡалар.
Проекттың жюри ағзалары булып тарих фәндәре кандидаты Елена Нечволода, Рәсәй дизайнерҙар союзы ағзаһы, ЮНЕСКО-ның рәссамдар союзы ағзаһы, “Этно Эрато” юғары милли костюм модаһы евразия конкурсында Гран-при яулаған Александр Кирдякин, яҙыусы, журналист, “Мосафир” ижади берекмә етәксеһе Азамат Юлдашев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Тамға” конкурсы координаторы Гөлгөнә Баймырҙина, Милли музейҙың этнография бүлеге ғилми хеҙмәткәре, рәссам Сәлимә Усманова торҙо. Онлайн тәртиптә жюри ағзаларына реконструктор, “Любизар” 1-се Башҡорт атлы полкы клубының рәссам-иллюстраторы Азат Ҡужин (Польша), реконструктор, эшҡыуар, “Любизар” 1-се Башҡорт атлы полкы клубы ағзаһы Ирек Баишев (Германия), дизайнер, “Дизайнерҙар союзы” халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы Андрей Лобанов (Грузия), Пермь крайының Барҙы район крайҙы өйрәнеү музейы директоры Альберт Мәхмүтов ҡушылды.
Конкурс барышын тамашасылар Республика Халыҡ ижады үҙәгенең YouTube-тағы https://youtu.be/xWnADaKk3xw каналы аша һәм тыштағы видеоэкран аша күҙәтте.
Конкурсты Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге, Милли музей, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.
Автор: Әлфиә Минғәлиева

Читайте нас: