Декабрҙә урмандан ҡыҙылтүштәр осоп килһә, ҡыш ҡаты һыуыҡлы көндәргә бай була. Ә ҡышын ҡыҙылтүштәрҙең һәм турғайҙарҙың тәҙрә янында дәррәү сырҡылдауы – көндәрҙең йылыныуына.
Декабрь һауала болоттар түбән төшөп торған йонсоу көндәрҙән торһа, киләһе йәйҙә баҫыу һәм баҡсаларҙа мул уңыш йыйыу көтөлә.
Декабрҙә күк күкрәһә (була шундай осраҡтар), ғинуар айында бик ҡаты һыуыҡтар буласаҡ.