+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2020, 17:22

#БашҡортТеле2020 #Баштел2020

Бөгөн Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы менән онлайн осрашыу булдыСараны БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина алып барҙы

Бөгөн Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы менән онлайн осрашыу булды
«Мегаполиста башҡорт теле: тенденциялар һәм перспективалар» тип аталған түңәрәк өҫтәл ZOOM платформаһында үтте. Сара Башҡорт теле йылына арналды, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолдо.
Сараны БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина алып барҙы
Осрашыуҙа дәүләт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнашты.
Сығыш яһаусылар:
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле кәңәшсеһе Ришат Халиков;
VII саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева;
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова;
БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева;
Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Рәйсә Сырлыбаева;
Ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағирә, педагогия фәндәре кандидаты, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорттарҙы берләштереү өсөн бихисап эш башҡарған кеше Земфира Сәхипова;
Филология фәндәре кандидаты, М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы, Мәскәүҙә башҡорт этно-мәҙәни клубына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе Ләйсән Әхмәҙуллина;
Юғары иҡтисад мәктәбе (НИУ ВШЭ) доценты, филология фәндәре кандидаты Борис Орехов;
«Страна языков» проектына нигеҙ һалыусы, тел белгесе Василий Харитонов;
Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы етәксеһе,
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең милли мәҙәниәтен һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге етәксеһе Азат Ҡаҙаҡбаев;
«Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Салауат Әхмәҙуллин;
Тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов;
Мәскәү башҡорттары башҡорт телен өйрәнеүгә һәм үҫтереүгә бик күп көс һала. Үҙҙәренең китапханаһын булдырып яҙыусылар менән осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, йәш ғалимдар менән семинар-дәрестәр, видеокурстар үткәрәләр. Балалар өсөн башҡорт этно-мәҙәни клубы эшләп килә. Улар бының менән генә сикләнмәй Мәскәүҙә башҡорт мәктәбе асыу теләген дә белдерҙеләр һәм етәкселәрҙән ярҙам һоранылар.
Сара аҙағында башҡорт телен өйрәнеүгә һәм үҫтереүгә күп көс һалған, үҙ өлөшөн индереүселәр, иң әүҙем ҡатнашыусылар маҡтау ҡағыҙҙары һәм хаттары менән бүләкләнде.
Осрашыуҙы йомғаҡлап Мәскәү башҡорттары Ҡоролтайы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Салауат Әхмәҙуллин төбәк башҡорттарының штандартын Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе Ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимоваға тапшырҙы.
Читайте нас: