-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2020, 13:00

Өфөнөң элекке һәм хәҙерге мәсеттәре

Өфөнөң беренсе йәмиғ мәсете — 1830 йылда мөфтий Әбсәләм Әбдрәхимовтың тырышлығы менән һалына.

Өфөнөң беренсе йәмиғ мәсете — 1830 йылда мөфтий Әбсәләм Әбдрәхимовтың тырышлығы менән һалына. Төҙөлөш өсөн киткән сығымдарҙы икенсе гильдия сауҙагәре Мөьмин Таһиров күтәрә. Мәсет көмөш аҡса менән ун ике мең һумға төшә. Был бина аҙаҡтан бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола.Әбдрәхим мөфтөйҙөң вафатынан һуң мәсеткә имам булып уның улы Әхмәҙей Әбделсәләмов ҡала. Уны 1844 йылда, Хажи Тархан Сөләймәнов алмаштыра ла 41 йыл буйы имамлыҡ итә.1885 йылдың 2 ғинуарында мөфтөй Сәлимгәрәй Тәфкилев вафат була ла йәмиғ мәсете эргәһенә ерләнә. 1890 йылда мәсет файҙаһына емеш-еләк баҡсаһы, мунсаһы булған күршеләге йорт һатып алына. Унда хәҙер Рәсәй мосолмандарының үҙәк Диниә назараты.XX быуат башына йәмиғ мәсетенә намаҙға 980 кеше йөрөгән.1906 йылда мәсет ихатаһына мәҙрәсә һалыу тамамлана ла «Ғосмания» мәҙрәсәһе шунда күсерелә.1960—1992 йылдарҙа беренсе йәмиғ мәсете Өфөләге берҙән-бер ғибәҙәтхана була.Өфөнөң икенсе мәсете — XIX быуаттың 80-се йылдарында мөфтөй Сәлимгәрәй Тәфкилев тарафынан Нижегородтағы хәҙерге Леванский урамына һалдырыла. Үҙе ағастан һалынһа ла уның бинаһы 1931 йылға тиклем ултыра. Серегәс, һүтеп урынына йорт һалалар. Быуат башында был мәсеткә намаҙға 876 мосолман йөрөгән. Шул осорҙа Фәрүәзетдин Камалетдинов (Зыя Камали) мәсеттең имамы Ғәликәевҡа уның мәхәлләһендә мәҙрәсә асырға тәҡдим итә. Ҡабул итеү имтихандары үткәрелгәс, 10 октябрҙә мәсеттең ер аҫты өлөшөндә «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең тәүге дәрестәре үтә.Һуңыраҡ, 1909 йылда, Зыя Камали ошо уҡ мәсеткә имам-хатип итеп тәғәйенләнә лә 1924 йылға тиклем эшләй.Өфөнөң өсөнсө йәмиғ мәсете — Нижегород биҫтәһе мосолмандарының үтенесе буйынса 1903 йылда хәҙерге Лесопильная урамында таштан һалына. Имам-хатип итеп Һамар губернаһы Боғоруслан өйәҙенең Нәҙер ауылынан Мөхәмәтсабир Хәсәновты саҡыртып алалар. Мәсет ҡаршыһында мәҙрәсә була. 1924 йылдан Зыя Камали икенсе мәсеттән ошо мәсеткә имам итеп күсерелә.1940 йылда мәсет бинаһы БАССР Юғары Советы Президиумының ҡарары менән Ленин район Советы ҡарамағына бирелә лә мәктәп итеп файҙаланыла.Өфөнөң дүртенсе йәмиғ мәсете — ҡаланың икенсе участкаһы тип йөрөтөлгән өлөшө мосолмандары губерна идараһына, беҙгә мәсет кәрәк тип үтенес ҡағыҙы биргәс, ике йылдан һуң ғына төҙөлөштө Бекет урамында башларға рөхсәт ителә. Мәсет сауҙагәр Әбделлатиф Хәкимов аҡсаһына уның ихатаһына һалына. Таштан ҡоролған мәсеткә ике манара ултыртыла.Тәүге хәтибы итеп Өфө губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Ҡаратай ауылы мәсетендә имам булып эшләп йөрөгөн Мөхәмәтһаҙый Фәхретдинов, ә мөәзин итеп башҡорт Төхвәтулла Ҡорбанов һайлана. Мәсет эшләй башлағас, Хәкимов уны Ырымбур мәхкәмәи шәрғиәһенә бүләк итә. Шул осорҙан башлап ул Хәкимиә мәсете тип атала. Хәҙерге Социалистик урамында ултырған Хакимиә мәсете 1930 йылда мәктәп итеп файҙаланыу өсөн ҡала Советына, 1934 йылда 8 Март исемендәге тегеү фабрикаһына клуб итеп бирелә. Манаралары һүтелә. Һуңғы йылдарҙа ул бинала «Башкирэнерго» производство берекмәһенең диспетчер идаралығы эшләп килде. 1992 йылдың февралендә мәсет мосолмандарға кире ҡайтарылды.Өфөнөң бишенсе йәмиғ мәсете 1905 йылда 200-ләгән мосолман губерна идаралығына, зыяратыбыҙҙа мәсет һалырға рөхсәт итегеҙ тип үтенес ҡағыҙы бирә. Үтенес ҡәнәғәтләндерелә, ләкин төҙөлөш эштәре бер нисә йылға һуҙыла ла 1909 йылда ғына һалынып бөтә. Хисмәт Вәлиев имам итеп раҫлана. Мосолман зыяратындағы мәсет 1900 йылдың мартында янып киткәнгә ҡәҙәр эшләй. Халыҡ яңы мәсет һалырға һораһа ла, үтенес яуапһыҙ ҡала. Тик 1992 йылда ғына зыяратта яңы мәсет төҙөргә рөхсәт ителә.Өфөнөң алтынсы йәмиғ мәсете — 1914 йылда хәҙерге Проломный урамында нигеҙ һалына. Төҙөлөш 1918 йылда ғына тамамлана. Ике ҡатлы мәсет бинаһы ағастан бурала, бик матур итеп һырлап-семәрләп эшләнә. Тәүге имамы — Хәбибулла Әхҡәмов. Мәсет 1934 йылға тиклем эшләй, һуңынан «Өфө жилкоммунстрой» тресына дөйөм ятаҡ итеп бирелә. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында бина торлаҡ йорт итеп үҙгәртелә.Өфөнөң етенсе йәмиғ мәсете – 1923 йылдың ғинуарында СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назаратына йәмиғ мәсете төҙөргә рөхсәт ителә. Имамы ла тәғәйенләнә — Нурлығаян Имаев раҫлана. Әммә мәсет төҙөлмәй ҡала. Шулай ҙа республикабыҙҙың тарих архивында мәсеттең 1928 йылға тиклем эшләүен раҫлаусы документ бар. Мосолмандар ҡайҙа намаҙ уҡығандыр, билдәле түгелӨфөнөң «Ихлас» мәсете — был йәмиғ мәсете иҫке Өфө халҡының һорауы буйынса һуңғы йылдарҙа ғына асылды. XX йыуаттың 30-сы йылдар башында Өфө ҡала советы башҡарма комитеты Баҡалы һәм Сочи урамдары киҫешкән ергә, бер нисә бәләкәй йортто алдырып, «Луч» исемендәге ҙур ғына кинотеатр һалдыра башлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланып китеп, төҙөлөш тамамланмай ҡала. 1957 йылда ғына тәүге тамашасыларын ҡабул итә. Ләкин 1990 йылда инфляция көсәйеп киткәс, киноға йөрөүселәр ҙә аҙая. Кинотеатрҙы ябырға мәжбүр булалар. Өс йылдан һуң түбәһе емерелеп төшә. Кинофикацияның үҙ бинаһын тергеҙеп алырға хәле булмағас, республикабыҙҙың Министрҙар Советы уны Башҡортостан Диниә назараты ҡарамағына тапшыра, бина, яңынан төҙәтелеп, «Ихлас» мәсете булып эшләй башланы. Ул йәмиғ мәсет. Халыҡ күп йөрөй. Тәүге имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләм. Мәскәүҙә медицина институтын тамамлаған Миәкә егете. Финляндияла, Төркиәлә дини белемен камиллаштырып ҡайтҡан.Өфөнөң «Ләлә» йәмиғ мәсете — мосолман дәүләттәре һәм Ислам тәрәҡыйәт банкы биргән долларҙар иҫәбенә Өфөнөң Черниковка өлөшөндә бик оҙаҡ төҙөлөп, егерменсе быуат аҙағында ғына асылды. Тәүге имам-хатибы Мөхәммәт Тәлғәт улы Тажетдинов, мөфтөй хәҙрәттең улы.“Хәмзә” мәсете (2006 й. Х.И.Ғәлләмовтың хәйриә фонды аҡсаһына төҙөлә, исеме шунан алынған), бинаһы таштан, бер ҡатлы, манараһы һәм эске балконы бар. Мәсет эргәһендә йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Имам хатиптары – Н.Д.Нуриев (2006 й. алып), Х.И.Ғәлләмов.Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсетен 2024 йылға төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр.Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете 2000 йылдар башында уҡ һалына башлағайны. 2011 йылдан «Урал» хәйриә фонды төҙөлөштөң берҙән-бер бағыусыһы булды. Салауат Юлаев проспектында Өфөнөң иң матур мәсеттәренең береһен төҙөү 2016 йылда туҡтатылды, һуңынан 2019 йылдың йәйендә тергеҙелде. Ләкин, баҫма мәғлүмәте буйынса, аҡса күсмәгән әле. Аҡса күскән һайын эштәрҙе дауам итеү ҡарала, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратындағы сығанаҡ.Башҡортостан етәкселеге яңы инвестор менән Өфөлә Әр-рәхим мәсете төҙөлөшөн дауам итеү тураһында һөйләшеп килеште. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Иман йорто төҙөлөшөнә 100 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп ителә. Башҡа ҙур кампаниялар менән төҙөлөшкә ҡушылыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. “Урал” фонды менән дә яңы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.Төркиә биҙәкләү оҫталары менән проектҡа булышлыҡ итергә әҙер.Шулай уҡ төрөктәр биҙәү һәм материалдар менән ярҙам күрһәтергә мөмкин, сөнки Төркиә ҙур мосолман биналарын төҙөү эштәрендә ҙур тәжрибәгә эйә.
М.Ҡыҙрасова әҙерләне.
Читайте нас: