Уның ижади карьераһы 1962 йылда юл ала — Өфө сәнғәт училищеһының 16 йәшлек студенты, башҡорт телен яҡшы белгән сағыу һылыуҡай республика радиоһы һәм телевидениеһы тапшырыуҙарында даими ҡатнаша башлай. «Рәсәй радиоһы — Башҡортостан» архивында 1962 йылғы радиопьесаның уникаль яҙмаһы һаҡлана. Унда Наилә Ғәләүетдинованың, ул ваҡытта Фазылова, йәш тауышы яңғырай. 1979 йылда ул Бөтә Союз телевидение һәм радиотапшырыуҙар хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтында диктор оҫталығы курсын тамамлай. Оҙаҡ йылдар һөнәри байрамдарға, яңы йыл теле- һәм радиоконцерттарына арналған тапшырыуҙар, телевизор ҡараусылар һәм радиотыңлаусылар менән осрашыуҙар алып барҙы. «Рәсәй радиоһы Башҡортостан» республика фондының күпселек өлөшө Наилә Ғәләүетдинованың ҡабатланмаҫ тауышын һаҡлай. Белеме буйынса актриса булараҡ ул художестволы тасуири уҡыу алымдарын бик яҡшы белә, төрлө характерҙағы һәм ҡатмарлыҡтағы текстарҙы аңлайышлы итеп еткерә.