Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы Ҡытайҙа 15-се Халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә иң яҡшы балалар фильмы тип танылды. Был хаҡта фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров инстаграм селтәрендә үҙ сәхифәһендә хәбәр итте.
Фестиваль 2020 йылдың 22-30 ноябрендә Гуандун провинцияһы Гуанчжоу ҡалаһында уҙҙы.
Был «Өс таған» фильмының тәүге наградаһы түгел, картина байтаҡ кинофестивалдәрҙә юғары баһаланды. Фильмдың командаһын сираттағы еңеү менән ҡотлайбыҙ.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы