Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһенең «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө яратҡан тамашасыһына «Ырыҫ-дәүләт шишмәһен, белем менән асырһың!» тип исемләнгән фәһемле йыр-моң кисәһе әҙерләй. Программа республикабыҙҙа иғлан ителгән Башҡорт теле йылына бағышлана.
14 декабрь, Башҡорт теле көнөндә, артистар ғәзиз тыуған телебеҙгә маҡтау, дан йырлаясаҡ. М. Аҡмулла, Р. Ғарипов, З. Биишева, М. Кәрим, Ш. Бабич, Б. Бикбай кеүек ил яҙмышына битараф булмаған бөйөк шәхестәрҙең ижадын сағылдырған, башҡорт теленең байлығын, халҡыбыҙҙың көслө рухлы йыр-моңдарын күңелдәрҙән - күңелдәргә күсерер. Думбыра, ҡурай, ҡумыҙ, баян, гармун моңдары барығыҙҙы ла һоҡландырыр, боронғо башҡорт поэзияһының ҡобайыр, мөнәжәт кеүек жанрҙары халҡыбыҙҙың ысын рухын күтәрер.