М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 101-се ижад миҙгелендә тамашасылар өсөн уникаль проект әҙерләй. 18-19 декабрҙә сәхнәлә "АМЕЛЯ" пластик спектакле ҡуйыласаҡ.
Спектаклгә нигеҙ итеп Николай Крашенинниковтың «Амеля» романы алынған. Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында яратып яҙған урыҫ яҙыусыһы әҫәре етем башҡорт ҡыҙының яҙмышы тураһында. Тол ҡалған профессор ҡатында хеҙмәт иткән олатаһы үлеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡай дворяндар йортонда тәрбиәләнә. Әммә Амелияны һәр ваҡыт тыуған иленең символына әйләнгән, нәҫел тамырҙарын хәтерләтеүсе маяҡ дәрәжәһенә әүерелгән далаларҙың саҡырыуы борсой. Ҡыҙҙың башҡорттарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһыныуы, тыуған ил яҙмышы хаҡында борсолоуҙары генетик хәтер, «ҡан тартыуы» менән аңлатыла…
Ҡуйылыштың художество етәксеһе – Айрат Абушахманов, пластика буйынса режиссер – Алина Мостаева. Сценограф, костюмдар буйынса рәсем – Екатерина Малинина, композитор – Олег Гудачев.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы