5 декабрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә билдәле актер, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, режиссер Дмитрий Дюжев “Евгений Онегин” моноспектакле менән сығыш яһаны.
Был сараны коронавирус менән алғы һыҙыҡта көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн “Алға, Сибай” йәштәр йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.
Дмирий Дюжев моноспектаклдән һуң театрға килеүселәр менән аралашты һәм автограф-сессия ойошторҙо.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы