Башланғыс халыҡҡа бик оҡшаны, ҡатнашырға теләүселәрҙән йөҙҙән ашыу эш ҡабул ителде. Билдәле этнографтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күп балалы ата-әсәләрҙән торған баһалама ағзалары уларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң финалға 24 ҡатнашыусыны һайлап алды. Проектҡа йомғаҡ 10 декабрь «Башҡортостан» концерт залы сәхнәһендә яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһын тамашасылар Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Тамыр каналдары аша ҡарай ала.
Быйылғы конкурс Башҡорт теле йылы уңайынан башҡорт телендә ойошторолдо. Киләһе йылда башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә уҙғарырға планлаштырыла. «Тамыр» телеканалы менән «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһының проекты Башҡортостан гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.