+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 11:30

#БашҡортТеле2020 #Баштел2020

Өфөлә башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттарҙың презентацияһы була

Өфөлә башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттарҙың презентацияһы була
12 декабрҙә Арт-квадратта «Башҡорт теленә яңы ҡараш» тип аталған сара ойошторола. Уның барышында башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттарҙың презентацияһы була.
Сара офлайн һәм онлайн уҙғарыла: коронавирус пандемияһы шарттарында бөтәһен дә бер майҙансыҡҡа йыйыу мөмкин түгел. Проект авторҙары, йәмәғәтселек фекере лидерҙары туранан-тура ҡатнаша, ә киң аудиторияға Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура трансляция ойошторола.
Унда ҡатнашыусылар башҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәржемәсенең яңы веб-порталы, башҡорт телен өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымталар, «Аҫылташ» бренды тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды. Махус ҡунаҡ – йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимов.
Читайте нас: