-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2020, 17:00

Селтәр матурлыҡ өсөн генәме?

Ҡыштың тәүге көнөндә Нуриман районында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары түшелдеректәре эшләү буйынса мастер-кластар башланды. Был һөнәргә ҡатын-ҡыҙҙар Иҫке Күл ауыл мәҙәниәт йортонда өйрәнәләр. Был эшкә бик етди ҡарайҙар: башта традицияларҙы һәм башҡорт мифологияһына һалынған тәрән фәлсәфәне өйрәнәләр.

«Халыҡ ырымы буйынса кешенең йәне ҡалҡан биҙендә урынлашҡан. Шуға күрә муйын тирәһендә изге көстәр инерлек итеп уйым ҡалдырыла, яуыз көстәрҙән һаҡлау өсөн мәрйен, тәңкәләр менән биҙәлә»,
- ти Иҫке Күл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Лиана Рәхимов.
Бындай мастер-кластар башҡорт халыҡ орнаменттары һәм дөйөм алғанда, милли мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеген бирә, шулай уҡ үҙеңә Яңы йылға үҙенсәлекле биҙәүес яһап була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел Башҡортостанда халыҡ-ара «Тамға» конкурсы старт алды.
Конкурс милли костюмдарҙы халыҡтарҙың рухи һәм матди мәҙәниәте объекты булараҡ популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Конкурс эштәре «Башҡорт милли костюмы - реконструкция», «Заманса автор костюмы», «Балалар костюмдары», «Башҡорт милли биҙәүестәре», «Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары» номинацияларына һайланасаҡ.
https://kurultai.ru/ba/content/1712-nagrudnik---i-ukrashenie-i-obereg/
Читайте нас: