+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 11:00

Сибай ҡалаһының “Сулпан” балалар театрында “Донъя бабай” спектакленең премьераһы үтәсәк

Проект театр коллективтарының ижади проекттарына ярҙам күрһәтеү маҡсатында БР Башлығының гранты аҡсаһына ҡуйыла.

Сибай концерт-театр берләшмәһенең “Сулпан” балалар театры 7 декарҙә Сәрүәр Суринаның пьсаһы буйынса “Донъя бабай” спектакленең премьераһына саҡыра.
Проект театр коллективтарының ижади проекттарына ярҙам күрһәтеү маҡсатында БР Башлығының гранты аҡсаһына ҡуйыла.
Яңы спектакль ғаилә ҡиммәттәре һәм ауырлыҡтары тураһында. Бында театрҙың бар ижади коллективы ҡатнаша. Әлеге ваҡытта репетициялар бара.
Спектакль өҫтөндә саҡырылған ижади төркөм эшләне: режиссер – БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композитор – БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, рәссам- Сулпан Азаматова, хореограф –БР атҡаҙанған артисткаһы Эльвира Дауытова.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: