-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 13:00

Өфөлә «Егеттәр балы»нда реалити-шоу еңеүсеһе башҡорт тоҡомло ат менән бүләкләнә

Тамашасыларҙы проект геройҙары, шулай уҡ егеттәрҙе төрлө һөнәргә өйрәткән оҫталар, эстрада йондоҙҙары, республиканың билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында шоу-программа көтә.

Өфөлә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған «7 егет» проектының финалы – «Егеттәр балы» була. Тамашасыларҙы проект геройҙары, шулай уҡ егеттәрҙе төрлө һөнәргә өйрәткән оҫталар, эстрада йондоҙҙары, республиканың билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында шоу-программа көтә.
Реалити-шоу еңеүсеһе башҡорт тоҡомло ат менән бүләкләнә. Уның исеме бал ваҡытында билдәле була. Ойоштороусыларҙың махсус наградаһы – тамашасылар һөйөүе призы ла бар. Каналдың рәсми сәхифәһендә һәр кем үҙенә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә мөмкин. Реалити-шоуҙың иң күп тауыш йыйған геройы «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеүсе тип иғлан ителә.
«Егеттәр балы» Яңы йыл төнөндә Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә. Алып барыусылар – Лилиә Сирбаева һәм Ильяс Ҡарабулатов.
2019 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм Ҡурай-ТВ каналында халыҡ кәсептәрен пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән «7 егет» реалити-шоуы башланды. Проект тамашасыларҙа ла, йәмәғәт эшмәкәрҙәрендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. 2020 йылда «7 егет» реалити-шоуының икенсе миҙгеле старт алды, уның геройҙары ике аҙна эсендә халыҡ кәсептәренең 13 төрөн үҙләштерҙе, улар араһында – быйма баҫыу, арҡан ишеү, музыка ҡоралдары эшләү. Ҡатнашыусылар баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплауҙан тыш, бик күп тамашасыларҙың йөрәген яулап өлгөрҙө.
https://www.bashinform.ru/news/1529602-v-ufe-pobeditelyu-proekta-bal-dzhigitov-podaryat-konya-bashkirskoy-porody/
Читайте нас в