Өфөлә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм музей хеҙмәткәрҙәренең республика форумы үтте.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сара онлайн форматында ойошторолдо. Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостанда музей эше һәм тарих-тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәте үҙенсәлектәре тураһында фекер алышты.
Тармаҡ белгестәренең маҡсаты – төбәк халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫын өйрәнеү һәм һаҡлау. Форумда шулай уҡ республика музейҙарының тамамланып килгән йылда эш йомғаҡтары барланды, киләсәккә пландар билдәләнде һәм резолюция ҡабул ителде.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы