+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 19:00

Башҡорт шағирәһе Лариса Абдуллинаның шиғырҙары балҡар журналында донъя күрҙе

Шәлкемгә танылған шағир-тәржемәселәр Исмаил Байтуғанов, Сакинат Мусакаева, Темирлан Жашуев тәржемә иткән 10 шиғыр ингән.

Башҡорт шағирәһе Лариса Абдуллинаның шиғырҙары балҡар телендәге «Минги-тау» («Эльбрус») журналында баҫылды. Шәлкемгә танылған шағир-тәржемәселәр Исмаил Байтуғанов, Сакинат Мусакаева, Темирлан Жашуев тәржемә иткән 10 шиғыр ингән.
Инеш һүҙҙә Сакинат Мусакаева башҡорт шағирәһенең ижады, тәржемәнең һәм халыҡтар араһында мәҙәни-әҙәби күперҙәрҙең әһәмиәте хаҡында бәйән итә.
«Минги-тау» («Эльбрус») — Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналы, 1958 йылдан башлап балҡар һәм рус телдәрендә сыға.
https://www.bashinform.ru/news/1528946-stikhi-bashkirskoy-poetessy-larisy-abdullinoy-opublikovany-v-balkarskom-zhurnale/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: