Был юлы осрашыу Саҡмағош районы тарихына арналды. Семинарҙа Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социо-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин сығыш яһаны.
Тәүҙә «Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы», «Башҡорт ырыуҙары һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш ауылдары картаһы» менән таныштырыу үтте. Был әсбаптарға төньяҡ- көнбайыш башҡорттары, Саҡмағош тураһында белешмәләр, ундағы ауылдарҙа төрлө йылдарҙа рәүәз мәғлүмәттәре, ауылдарҙағы милләттәр һаны күрһәтелгән мәғлүмәттәр индерелгән. Хәҙерге Саҡмағош районы биләмәһендә аҫабалыҡ хоҡуғы булған боронғо башҡорт ырыуҙары — дыуанай, йелдәк, йылан вәкилдәре йәшәй.
Был ырыуҙарҙың тарихы һәм генетик тикшереү һөҙөмтәләре менән «Без Башкортлар» сайтында танышырға була. Фотоһүрәттәр һәм таблицалар формаһында эшләнгән йыйынтыҡ төрлө райондарға бағышланған, Саҡмағош районы тураһында http://bashkortlar.ru/chekmagush һылтанмаһы аша танышырға мөмкин.
«Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы башҡорттары» брошюраһы ла бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле. Унда халыҡ иҫәбен алыу, ревизия һәм метрик яҙыуҙар буйынса документтар тупланған.
Семинар һуңында тарихсы журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Хәмиҙуллин ҡатнашыусыларҙы тарихҡа һаҡсыл ҡарарға саҡырҙы, һәр мәғлүмәт тарихи яҡтан документтар менән раҫланған булырға тейешлеген билдәләне.
https://kurultai.ru/ba/content/1699-uchenye-instituta-strategicheskih-issledovanij-proveli-ocherednuyu-prezentacziyu/