+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 11:00

Башҡортостанда яңы фильмдар төшөрөләсәк

Өфөлә Дебютанттарҙың бишенсе башҡорт питчингы үтте. Питчинг – инвесторҙар табыу маҡсатында кинопроекттар презентациялау. Унда эксперттар булып Рәсәй кино индустрияһының билдәле эшмәкәрҙәре йәлеп ителде.

13 дәғүәсе араһынан төп бүләк – 500 мең һумлыҡ сертификатты режиссер Роман Пожидаев менән сценарист Айгөл Үтәгәнованың «Шәжәрә» фильмы яуланы. Башҡорт дебютанттары араһынан бер туған Айрат һәм Илдар Кинйәбулатовтарҙың ҡыҫҡа метражлы «Азамат» фильмы еңеүсе тип табылды. Уларға Башҡортостан кинематографистар союзының 50 мең һумлыҡ һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының 75 мең һумлыҡ төп приздары тапшырылды.
Жюри иғтибарына лайыҡ булған йәнә ике проект – Кристина Александрованың «Мои и ихние» документаль фильмы һәм Лидия Поречневаның «Желание жить» документаль таҫмаһы. Улар ҙа Башҡортостан кинематографистар союзының һәм «Башҡортостан» киностудияһының аҡсалата приздары менән билдәләнде.
https://kurultai.ru/ba/content/1700-v-bashkortostane-snimayutsya-novye-filmy/
Читайте нас: