+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 11:00

Ырымбурҙың башҡорт теле уҡытыусыларын кәңәшмәгә йыйыу тәҡдим ителде

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Ырымбур өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмаларының етәкселәре һәм әүҙем ҡатнашыусылары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы ағзалары араһында осрашыу үтте.

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Ырымбур өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмаларының етәкселәре һәм әүҙем ҡатнашыусылары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы ағзалары араһында осрашыу үтте.
Онлайн-осрашыуҙа былтыр ғына ойошторолған Ырымбур өлкәһенең башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһының кәңәшмәһен ойоштороу тәҡдим ителде. Был осрашыуға дистанцион рәүештә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының белгестәрен дә ҡушыу кәрәклеге әйтелде. Ассоциацияның етәксеһе, Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы мәктәбенең элекке директоры Сания Ҡуҙбаева райондағы мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләр хаҡында һөйләне.
«Төйлөгән районында 19 уҡыу йорто, ун дүрте урта дөйөм белем биреү учреждение статусында. Беҙҙең мәктәп шуларҙың береһе. Ауылыбыҙҙа мәҙрәсә барлыҡҡа килгәндән алып, башҡорт телен уҡытыу туҡтамай. Уҡыусыларыбыҙға 1-се кластан алып 11-се класҡа тиклем башҡорт теле уҡытыла. Ырымбур өлкәһенең башҡа мәктәптәрендәге кеүек башҡорт телен уҡытыуҙа һүлпәнәйеү был мәктәпте урап үтте. Шуныһы мөһим, башҡорт телен уҡытыу класс эсендә генә ҡалырға тейеш түгел. Башҡорт йолаларын күрһәтеү, сәйәхәттәр, осрашыуҙар ҙа кәрәк. Был осраҡта уҡыусыларҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә туған телгә ҡарата ҡарашын үҙгәртергә була. Сөнки, нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, балаларының башҡорт телен уҡыуына ҡаршы килгән милләтәштәребеҙ ҙә Ырымбур ата-әсәләре араһында бар. Улар балаларын башҡортса уҡытыуға ҡаршы ялыуҙар яҙалар. Бындай ата-әсәләр менән беҙ осрашыуҙар уҙғарып, туған телгә ҡарата екерҙәрен үҙгәртергә тырышабыҙ»,— тип хәбәр итте Сания Сәйет ҡыҙы.Бындай атай-әсәйҙәр менән хәлде яйға һалыр өсөн түңәрәк өҫтәлдә бер нисә ысул тәҡдим ителде. Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары Айгөл Атанова милләттәштәрҙең рухи үҙаңын уятыр өсөн Ырымбур ерендә шәжәрә байрамдарын ойошторорға тәҡдим итте.
Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто пандемия осоро тамамланғас та, был эште башларға ниәтен белдерҙе. Шулай уҡ Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Илгиз Ҡаһарманов бындай ата-әсәләрҙе консультатив әңгәмәләргә саҡырырға тәҡдим итте. Ике телле балаларҙың интеллектуаль өҫтөнлөгө, башҡорт телендәге олимпиадаларҙың юғары уҡыу йортона инеүҙә булышлыҡ иткәне хаҡында ғәмәли яҡтан файҙалы мәғлүмәт еткерергә кәрәк, тип белдерҙе ул.
https://kurultai.ru/ba/content/1695-orenburgskim-uchitelyam-bashkirskogo-yazyka-predlozhili-provesti-forum/
Читайте нас: