+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 21:00

«Тамға» милли кейем тегеү бәйгеһендә Италиянан да ҡатнашалар

Ҡатнашыусы эштәр биш номинация — «Башҡорт милли кейеме — реконструкция», «Заманса стилдә әҙерләнгән авторлыҡ кейеме», «Балалар кейеме», «Башҡорт байрам-йола милли кейеме», «Башҡорт милли биҙәүестәре» буйынса баһалана.

Быйыл Башҡортостанда тәүге тапҡыр башҡорт милли кейем тегеү оҫталары араһында конкурс иғлан ителде. «Тамға» тип исемләнгән бәйге халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла һәм өс этаптан тора. Тәүгеһе — ҡатнашыусыларҙан заявкалар ҡабул итеү, ул 30 ноябрь тамамланды. Икенсе этап — лайыҡлыларҙы һайлап алыу һәм конкурс эштәрен яҡлау — беренсе декабрҙән бишенә тиклем дауам итә. Финал өлөшө 14 декабргә — Башҡорт теле көнөнә тәғәйенләнгән, унда еңеүселәрҙе һәм призлы урындар яулаусыларҙы тәбрикләү ҡаралған. Әйткәндәй, төп бүләк — Гран-при өсөн 300 мең һум тапшырыла.
Ҡатнашыусы эштәр биш номинация — «Башҡорт милли кейеме — реконструкция», «Заманса стилдә әҙерләнгән авторлыҡ кейеме», «Балалар кейеме», «Башҡорт байрам-йола милли кейеме», «Башҡорт милли биҙәүестәре» буйынса баһалана.
Һайлап алыу туры кисә тамамланды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бәйгелә ҡатнашыу өсөн 300-ҙән ашыу заявка тапшырылған. Улар Башҡортостан райондарынан тыш Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Мәскәү ҡалаһы, Казахстан Республикаһы һәм хатта Италиянан килгән.
Сара башҡорт милли кейеменең брендын булдырыу, талантлы оҫталарҙы асыҡлау, башҡорт милли кейеменең ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы.
https://kurultai.ru/ba/content/1701-v-konkurse-tama-uchastvuyut-mastera-i-iz-italii/
Читайте нас: