-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 13:22

Башҡорт театрының 100 йыллығына арналған китап «Театр романы» – 2020 премияһы исемлегенә инде

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — 100 йыл. Тарих һәм хәҙерге заман очерктары» китабы авторҙары — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценттары Айһылыу Сәғитова һәм Гөлсәсәк Саламатова. Китаптың исем туйы 2019 йылда Өфөлә уҙҙы.

Башҡорт драма театрының бер быуатлыҡ юбилейына арналған китап «Театр романы» – 2020 премияһы исемлегенә инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — 100 йыл. Тарих һәм хәҙерге заман очерктары» китабы авторҙары — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценттары Айһылыу Сәғитова һәм Гөлсәсәк Саламатова. Китаптың исем туйы 2019 йылда Өфөлә уҙҙы.
«Театр романы-2020» премияһына театр һәм театр кешеләре хаҡында йыйынтыҡ сығарған авторҙар, нәшриәттәр, әҙәби фондтар тәҡдим ителде. Премияның маҡсаты – театр тураһында әҙәбиәт өлкәһендә нәшриәт эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү; театр хаҡында әҙәбиәттең социаль әһәмиәтен арттырыу, уҡыусыларҙың һәм йәмәғәтселектең фекерен йәлеп итеү; театр хаҡында әҙәбиәт сығарыу һәм уны таратыу менән шөғөлләнгән нәшриәттәрҙең һәм фондтарҙың абруйын күтәреү.
Уҙған йылдарҙа премияға лайыҡ булған лауреаттар араһында Валерий Фокин, Инна Соловьёва, Эдуард Кочергин, Алексей Бартошевич, Нонна Скегина, Дмитрий Трубочкин, Александр Ширвиндт, Анна Гереб, Елена Козелькова, Анатолий Васильев, Виолетта Гудкова, Людмила Полякова, Алла Кигель, Людмила Старикова һәм башҡа танылған театр сәнғәте эшмәкәрҙәре бар.
Премияның эксперт советында һәм жюриҙа – билдәле театр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Жюри рәйесе – Рәсәйҙең халыҡ артисы Аркадий Райкин.
https://www.bashinform.ru/news/1527916-kniga-o-bashkirskom-dramteatre-voshla-v-long-list-vii-premii-teatralnyy-roman-2020/
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в