+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2020, 10:00

Әсәйҙәр көнө менән ҡотлайбыҙ!

Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ,Әсәйгә дан йырлайыҡ!

Әсәйҙәр тураһында мәҡәлдәр
Әсә хаҡы – тәңре хаҡы. Әсә ҡулы – им. Әсәhеҙ ғаилә – hүнгән усаҡ . Әсә янында бала етем булмай. Әсәhен ҡәҙерләгән ҡәҙерле булыр. Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек.
Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер. Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта. Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә. Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын. Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ. Әсә күңеле балала, бала күңеле далала. Әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә. Бала ҡəҙерен əсə белер. Телһеҙҙең телен əсəһе белер. Үҙ əсəң бауырһаҡ, үгəй инəң – һарымһаҡ. Атаһыҙ бала етем түгел, əсəһеҙ бала етем. Əсə ҡуйыны тундан йылыраҡ. Əсə йылыһы – ҡояш йылыһы. Ағасына күрə алмаһы, əсəһенə күрə балаһы. Бала шатлығы – əсə шатлығы. Ата-əсə алғышы утҡа-һыуға батырмаҫ. Ата-əсəһенə ҡəҙер күрһəтмəгəн – үҙе лə изгелек күрмəҫ. Баланың ғəйебе – ата-əсəнеке. Донъяла ата-əсəнəн башҡа бар нəмə лə табыла. Астан үлһəң дə, ата-əсəңде ташлама. Ир бала – ата-əсəгə таяу, ҡыҙ бала – өйгə яҡҡан буяу. Атаны күреп ул үҫер, əсəне күреп ҡыҙ үҫер.
Атаһын күр ҙә улын ҡос, əсəһен күр ҙә ҡыҙын ҡос.
Ишеге ямандың өйөнə барма, əсəһе ямандың ҡ ы ҙ ын алма.
Ата-əсəһен тыңлаған ə ҙ əм булған, тыңламаған əрəм булған.
Əсə һөтө менəн инмəгəн – тана һөтө менəн инмəй.
Читайте нас: