-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2020, 13:00

Әсәйҙәр көнө менән!

Мостай КӘРИМ. НӘСИХӘТ — ВАСЫЯТ.Минең әсәйем йөҙ ҙә бише тулыр алдынан ғына донъя ҡуйҙы. Әүәлерәк тә, һуңғы осорҙа ла әсәй беҙҙе васыяттар, өгөт-нәсихәттәр менән әленән-әле йөҙәтмәне. Ни бары өс тапҡыр ғына миңә теләген белдерҙе. Өсөнсө теләген ымлап ҡына белдерҙе.

Минең әсәйем йөҙ ҙә бише тулыр алдынан ғына донъя ҡуйҙы. Әүәлерәк тә, һуңғы осорҙа ла әсәй беҙҙе васыяттар, өгөт-нәсихәттәр менән әленән-әле йөҙәтмәне. Ни бары өс тапҡыр ғына миңә теләген белдерҙе. Өсөнсө теләген ымлап ҡына белдерҙе.
Минең әсәйем йөҙ ҙә бише тулыр алдынан ғына донъя ҡуйҙы. Ауыл ҡарсыҡтарының күпселеге шикелле, алтмышты уҙғас та, әхирәткә әҙерләнә башланы. Йәғни үлемтек тупларға кереште. Төрлө бүләк-хәйер заттары йоҙаҡһыҙ һандыҡҡа сума барҙы. Үҙенә ваҡытлы әжәл теләп, әсәй уны сабыр көттө. «Сабыр көттө» тигәс тә, ҡырҡ йылдан ашыу теҙ сәнсеп тик ултырманы, ҡулы эштән, күңеле хәстәрҙән бушаманы. Оҙаҡ ғүмер иткәс, ирмәк хәлдәр ҙә булғыланы. Һуңғы йылдарҙа ул Салауат ҡалаһында һеңлем Сәлисә тәрбиәһендә йәшәне. Бер көндө шундай хәбәр таралған: Матросов бульварындағы 20-се йортта йәшәгән өлкән йәштәге әбей вафат булып киткән икән... Быны ишеткән ҡарсыҡ-ҡорсоҡ (уларҙа үлем-етем тураһындағы информация шәп ҡуйылған) әлеге йортҡа ағыла башлаған. Килеп ингән һәр береһе: «И, Илаһым, бигерәк ҡапыл булған икән... Әле егәрле ине бит... Мәрхүмәнең йәсәде (мәйете) ҡайҙа?» — ти. Йөҙҙө уҙған әсәйебеҙ был саҡ ванна бүлмәһендә кер йыуып мәшәҡәтләнә икән. Донъя алмаштырғаны аҫҡы ҡатта торған һикһәне лә тулмаған бүтән ҡарсыҡ булып сыҡҡан. Ә тегеләр әжәлде, әлбиттә, иң өлкән затҡа юрағандар, шуға күрә тура бында йүнәлгәндәр. Был юлы әжәл икенсе ҡатҡа менеп етә алмаған, тыны ҡыҫылған.
Әүәлерәк тә, һуңғы осорҙа ла әсәй беҙҙе васыяттар, өгөт-нәсихәттәр менән әленән-әле йөҙәтмәне. Ни бары өс тапҡыр ғына миңә теләген белдерҙе. Күп замандар элек ятып сирләгәнендә, миңә төбәп, былай тине: «Бер башаҡта өс кенә бөртөк ҡалдығыҙ. Туғандарыңды ҡурсала, таяныс бул...» Донъя мәшәҡәттәре килгәндә, таяныс булырға тырыштым. Ә бына иң кесебеҙ Ильясты үлемдән ҡурсалай алманыҡ. Ул әсәйебеҙ иҫән саҡта уҡ беҙҙе ер өҫтөндә ҡалдырып китте.
Икенсе бер ваҡыт, тыныс ҡына һөйләшеп ултырғанда, ҡапыл хәүефкә төшөп, әйтә һалды. «Балаларыңды, яҡындарыңды һис ҡасан да ҡарғама, сәбәбе ҙур булһа ла, ҡарғама. Аҙаҡтан үкенерһең, ғазапланырһың». Ошо үтенесен, бер фажиғәне хәтеренә төшөрөп, дәлилләп аңлатты. Ул хаҡта алдараҡ һөйләп уҙасаҡмын.
Өсөнсө теләген ымлап ҡына белдерҙе. Йән биргәндә мин уның эргәһендә инем. Элекке көндө мин борсолобораҡ уяндым. Күңелем урынында түгел. Салауатҡа шылтыраттым. «Инәй ни хәлдә?» — тинем. «Әүәлгесә имен-аман. Тик саҡ ҡына ауырһынып тора. Улай борсолорлоҡ әйбер юҡ...» — тигән яуап ишеттем. Шулай ҙа тыныслыҡ ҡайтманы. Әйтерһең, ниндәйҙер тылсымлы тулҡындар аша саҡырыу алдым.
Дөрөҫөрәге, саҡырыу өнө килде. Юлға сығырға булдым. Үҙемә рулгә ултырырға өйҙәгеләр рөхсәт итмәнеләр, нығытып ҡаршы төштөләр. Бүтән машинаға ултырып киттем. Эсемдә — шом. Мин килеп ингәндә әсәйем инде түшәктә ине. «Сырхабыраҡ торам, ахырыһы», — ти. Төндө бошонобораҡ уҙғарҙы, һеңлем менән алмашлап эргәһендә ултырҙыҡ. Мин күрше бүлмәгә сыҡҡан һайын: «Мостафа китмәнеме?» — тип һорай икән. — Әйт, китмәһен».
Бына баш осонда ултырам. Һулышы ауырайҙы. Телдән яҙҙы. Тынын иркенерәк алһын тип, уның тамаҡ аҫтында төйнәлгән яулыҡ осон систем. Ул, ҡулдарын ауыр күтәреп, сәсен яулыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла яулығын яңынан төйнәп бәйләне. Туҙған сәс менән бүтән донъяға китеүҙе килештермәне булыр. Шунан һуң ул уң ҡулын алға һона биреп, һуҡ бармағы менән урта бармағын тырпайтты, унан икеһен бергә ҡушты. «Икәү генәһегеҙ. Бергә булығыҙ» тигәнде аңланым, һуңғы теләген ҡабул ҡылдым...
«Ҡарғама. Үкенерһең...» — тине байтаҡ йылдар элгәре. Дәлиле лә төплө ине. Әңгәмәмде шуға борам.
Әсәйемдең бер туған апаһы Миңзифа инәйебеҙ бар ине. Белеүегеҙсә, күҙ-ҡолаҡтан тамам яҙып, йөҙҙө арыу ғына аша атлап, «тегендә» китте. Был турала минең әүәлерәк аҡҡа ҡара менән яҙғаным булды. Шуның улы Шәрифулла — минең ике туған ағайым — йәше өлкән, ҡолаҡҡа ҡаты булыу арҡаһында фронтҡа эләкмәй, хеҙмәт армияһына ебәрелә. Өйҙә шул Миңзифа инәйебеҙ, Гөлһылыу еңгә һәм бала-саға ғына тороп ҡала. Күҙ төбәп торған берҙән-бер өмөт — һауын һыйыры. Туҡланырлыҡ уҡ булмаһа ла, яланырлыҡ ризыҡ шуның ҡөҙрәтендә. Һыйыр ағы балаларға былай мул эләкмәй, әлбиттә, һөттө йә һөт көйө, йә ҡатыҡ яһап, Өфөгә илтеп һаталар. Төшкән төшөмөнә ыумаслыҡ булһа ла он килә. Һылыу еңгәбеҙ ҡайҙандыр шундай хәйләгә өйрәнеп алған: һөттөң, келәштәр әйтмешләй, иманын һауып, йәғни, сепараторҙан үткәреп ҡайната ла өҫтөнә бармаҡ башылай май иретеп һала. Ҡыҙғылт һары һөт өҫтөндә, алтындай йымылдап, май бөрсөктәре йөҙөп йөрөй. Ҡараһаң ауыҙ һыуҙарың килерлек.
Ғәйепләштән булмаһын, әйтеп уҙайым. Еңгәбеҙ именерәк замандарҙа ла яҙыҡ менән харамдан шөрләп төшмәне. Өс өй аша ғына торабыҙ. Күреп, һынап йәшәнек, кешенән дә ишеттек. Йөҙө оялсан күренһә лә, ҡулы нәфселе ине, ҡарашы ҡыйыуһыҙ тойолһа ла, күңеле мутыраҡ булды. Йәшерәк сағында исеме лә сыҡҡылап ҡалған, буғай. Ҡуй, кеше тикшереү хилаф эш. Тәүбә, тәүбә! Әйттем дә ҡайттым.
Инде кәсептәр яйға һалынып ҡына барғанда, бер иртәлә Миңзифа инәйебеҙ килененең ҡалаға әҙерләнгән бидонын нишләптер асып ҡарай. Ғәҙел, зирәк ҡарсыҡ ҡырын эште шунда уҡ һиҙеп ала.
— Был ниткән эш, килен? — ти.
— Түреңдә тик ултыр. Ҡыҫылма! — тип киҫәтә тегеһе.
— Ҡыҫылам. Ҡыҫылмай сарам юҡ. Яман ҡылыҡ ҡылаһың. Гонаһынан ҡурҡ, килен!
— Гонаһтан мин ҡурҡыр ҙа инем, унан мохтажлыҡ ҡурҡмай, анау балаларҙың ас күҙҙәре ҡурҡмай.
— Бала беҙҙә генә түгел. Бәлки, һин кемдеңдер бер ҡашыҡ һөткә зар-интизар сабыйҙарының ризығына керәһеңдер. Һөткә ымһындырып, шыр һыу бирәһең. Хоҙай ярлыҡамаҫ бына...
Донъя баҫып, икһеҙCсикһеҙ ыҙа сиккән ҡатын, түҙә-түҙә лә, сығырынан сығып, бөтөнләй туҙынып китә, ҡәйнәһенә екереп кенә ҡалмай, хоҙайға ла тел тейҙерә:
— Аллаң менән өркөтмә һин мине! Үҙен белһен! Ҡөҙрәтенән килһә, анау мәхшәрҙе тыйһын! Бөтәһе лә тәңре иркендә тиһегеҙ бит!.. — тип болара.
Ғауға ҡыҙғандан-ҡыҙа...
Һылыу еңгә бидон ултыртҡан тоғон биштәрләп, яурынына йөкмәп ала ла ишеккә ынтыла. Миңзифа ҡарсыҡ: «Ризалығым юҡ! Ебәрмәйем!» — тип уның юлына арҡыры төшә. Йыуашлығы, сабырлығы менән бөтә ауылға билдәле был йән эйәһе әҙәм ышанмаҫлыҡ ана шундай тәүәккәллек күрһәтә. Уңды-һулды айырыуҙан уҙған Һылыу еңгә күбәләктәй генә кәүҙәһе менән ишекте ҡапларға маташҡан ҡәйнәһен асыу менән төртөп ебәрә. Ҡарсыҡ, артҡа сөйлөгөп, ишеккә барып бәрелә, ишек асылып китә, был бахырың, буҫаға аша осоп, тышҡа, соланға ҡолап төшә. Ярһыған килене, әйләнеп тә ҡарамай, юлына сығып китә.
— Ҡәһәр һуҡһын һине! Ҡулың ҡороһон! — тип ҡарғап ҡала ҡәйнә кеше.
Ҡарғыш оҙаҡ көттөрмәй.
Төш ауғанда яман хәбәр килеп етә: поезд аҫтында ҡалып, Шәрифулла Һылыуы ҡулын өҙҙөргән, уны Өфөгә больницаға алып киткәндәр. Йоматау станцияһында туҡтап торған поезд аҫтынан мүкәйләп сығып еткәндә генә, биштәр бауы нимәгәлер эләгә, нәҡ шул саҡта состав ҡуҙғалып китә. Кәүҙәһен теге нисектер ситкә ташлап өлгөрә, бер ҡулын тәгәрмәс баҫып уҙа.
Айҙан ашыу ара уҙғас, зифа буйлы был ҡатын һул ҡул урынына буш өң һәлберәйтеп ҡайтып инә. (Әле лә хәтерләйем: ошо ҡулдың ике бармағында һәр саҡ ике көмөш балдаҡ була торғайны.)
Һуғыш бөтөп, Шәрифулла ағайым ҡайтҡас, ир менән ҡатын араһында низағтар ҙа сыҡҡыланы, буғай. Әммә ҡәйнә менән килен, күңел бирешеп, татыу йәшәне. Һыңар ҡуллы Һылыу еңгә ҡолаҡтан-күҙҙән яҙған ҡәйнәһен һуңғы көндәренәсә ауырһынмай, зарланмай ҡараны, тәрбиәләне, ҡәйнә иһә рәхмәттәр уҡып, доға ҡылыуҙан бушаманы. Был икәүҙе уртаҡ тәүбә шулай яҡынайтҡан булыр. Берәүһе, ҡул күтәреп, ир инәһен рәнйеткәне өсөн үкенһә, икенсеһе улының хәләл ҡатынына ҡарғыш яуҙырғаны өсөн йән ғазаптары кисергәндер, күрәһең. Улар — ябай әҙәми заттар. Оло һәм кесе ғәйептәрен бүтәнгә ауҙарырға, бүтәнгә атҡарырға өйрәнмәгәндәр. Үҙҙәренә төшкәнде сыҙам күтәрәләр. Хәлдән килгәнсә башҡаларҙы ла үҙҙәре кисергән яфаларҙан ҡурсаларға тырышалар. Юғиһә Миңзифа инәй инде ҡартайып килгән һеңлеһенә: «Вазифа, зинһар өсөн, балаларыңды, яҡындарыңды ҡарғама!» — тигән өгөт-нәсихәтте бирмәҫ ине.
Ошо нәсихәтте әсәйем миңә васыят урынына әйтеп ҡалдырҙы: «Балаларыңды, яҡындарыңды һис ҡасан да ҡарғама. Сәбәбе ҙур булһа ла, ҡарғама...»
Читайте нас в