Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре барышында урындағы йәмәғәт эшмәкәрҙәре бүләкләнде. Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына ике кеше лайыҡ булды. Улар – Гай районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ҡужашев Рифус Әбделхай улы һәм Орск ҡалаһының «Башҡорттар ҡоролтайы» йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы Ҡәйепова.
Рифус Ҡужашев Ишбирҙе ауылында йәшәй, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, төрлө хәйриә сараларында ҡатнаша. 2019 йылда үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Гөлсәсәк Ҡәйепова – башҡорт теле уҡытыусыһы. Уның башланғысы менән Орск ҡалаһында «Ләйсән» башҡорт халыҡ ансамбле асыла. Унан алда Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар «Нур» балалар ижади берләшмәһен етәкләй, ул бик күп конкурс, фестивалдәрҙә еңеү яулай.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.
Бынан тыш һигеҙ мәҙәниәт хеҙмәткәренең әүҙем эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
«Һеҙгә мәҙәниәтебеҙ, телебеҙ һәм йолаларыбыҙҙы пропагандалауға индергән өлөшөгөҙ, башҡарған хеҙмәтегеҙ менән Ырымбур өлкәһендә беҙҙең республиканың имиджын күтәргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайым. Артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйем»,- тине Эльвира Айытҡолова ҡотлау телмәрендә.
https://kurultai.ru/ba/content/1693-vrucheny-nagrady-za-ukreplenie-imidzha-bashkortostana-/