+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2020, 13:00

Алтай крайында башҡорт кейеҙе күргәҙмәһе үтте

Ошо көндәрҙә Алтай крайының Рәсәй-немец йортонда “Башҡортостан кейеҙе” күргәҙмәһенең эше йомғаҡланды. Ул 26 октябрҙән алып эшләне һәм байтаҡ тамашасыларҙы ҡабул итеп өлгөрҙө.

Ошо көндәрҙә Алтай крайының Рәсәй-немец йортонда “Башҡортостан кейеҙе” күргәҙмәһенең эше йомғаҡланды. Ул 26 октябрҙән алып эшләне һәм байтаҡ тамашасыларҙы ҡабул итеп өлгөрҙө.
Күргәҙмәлә Нефтекама, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалаларынан 17 оҫтаның ҡул эштәре күрһәтелде. Улар араһында боронғоса технологияға таянып кейеҙҙән баҫылған биҙәкле панно, һындар, өҫкө һәм баш кейеме булды.
Программаның аҙаҡҡы көнөндә күргәҙмә ҡунаҡтары “Уралым” Башҡорт мәҙәниәте клубы ағзаһы Рифат Бүләковтың ҡурайҙа уйнағанын да тыңлай алды.
«Беҙҙең төбәктә ошондай сараның үткәненә бик шатмын. Тағы ла бер ҡыуаныс сәбәбе—күргәҙмәнең бай эстәлеге. Бында Башҡортостандың бөтә тарафтарынан да оҫтабикәләрҙең эштәре тупланған. Кейеҙ—ул тиңе булмаған туҡыма, ҡышын йылыта, йәйен эҫенән һаҡлай. Уҙған быуатта кейеҙ баҫыу кәсебе юҡҡа сыға яҙып, бөгөнгө көндә ҡабаттан тергеҙелә. Һәм бөгөнгө көндә уның менән шөғөлләнгән бөтә оҫталарға ла мин рәхмәтемде белдерәм. Этнограф булараҡ, боронғо йолаларҙың заманса ҡараш менән ҡатышыуын күреп, мин оло кинәнес кисерәм»,- тип белдерҙе “Уралым” клубы етәксеһе Тимур Әйүпов.
Тимур Әйүпов күргәҙмәгә килеүселәр иғтибарына үҙе телдән руссаға тәржемә итеп “Донъяның аҡ кейеҙе” документаль фильмын тәҡдим итте.
«Беҙ бында халыҡ ижадының иң матур сағылышын күрәбеҙ. Был әҫәрҙәрҙә ҡул оҫталығы ла, милли йолаларҙы заманса күренешкә әйләндергән зауыҡ та күренә. Башҡорт сәнғәтенә, милли мәҙәниәтенә беҙҙе сорнап алыуға өлгәшкән оҫталарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ»,- тине күргәҙмәне йомғаҡлау тантанаһында Алтай крайы Хөкүмәтенең эске сәйәсәт буйынса департамент хеҙмәткәре Оксана Ноянзина.
Читайте нас: