+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 13:00

Татарстан башҡорттары конференцияла ҡатнашырға саҡыра

«Дуҫтар, беҙҙең конференцияла ҡатнашыуығыҙҙы һорайбыҙ! Әйҙәгеҙ, Башҡортостан мәҙәниәте, традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, башҡорт теле хаҡында мәҡәләләр яҙайыҡ! Конференция тураһында үҙегеҙҙең төбәктәрҙә мәғлүмәт таратҡан өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ», - ти Ғәли Хәсәнов, Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролайы етәксеһе.

«Хәҙерге Рәсәйҙә милләт-ара мөнәсәбәттәр: проблемалар һәм хәл итеү юлдары» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 14-тән 35 йәшкә тиклем барлыҡ теләүселәр саҡырыла.
«Дуҫтар, беҙҙең конференцияла ҡатнашыуығыҙҙы һорайбыҙ!Әйҙәгеҙ, Башҡортостан мәҙәниәте, традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, башҡорт теле хаҡында мәҡәләләр яҙайыҡ! Конференция тураһында үҙегеҙҙең төбәктәрҙә мәғлүмәт таратҡан өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ»,- ти Ғәли Хәсәнов, Татарстан Республикаһы башкорттары ҡоролайы етәксеһе.
Конференцияны ойоштороусылар:
1. Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһы;
2. Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы — башҡорт төбәк милли-мәҙәни автономияһы;
3. ТүбәнгеКама ҡалаһы «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы;
4. Ҡазан технологик тикшеренеүҙәр милли университетының филиалы Түбәнге Кама химик-технология институты;
5. «Ҡазан технологик тикшеренеүҙәр милли университеты»;
6. Татарстандың Халыҡтар дуҫлығы йорто;
7. ТКМР Башҡарма комитетының мәғариф идаралығы.
Конференцияла ситтән тороп та, урындан да ҡатнашырға була.
Конференцияла ҡатнашыусыларға 2020 йылдың 11 декабренә тиклем ойоштороу комитеты e-mail адресына документтарҙың тулы пакетын ебәрергә.
Йомғаҡлау этабы 2020 йылдың 11 декабрендә ТүбәнгеКама химик-технология институтында үтәсәк (Татарстан Республикаһы, ТүбәнгеКама ҡалаһы, Төҙөүселәр проспекты, 47).
Конференцияла ҡатнашыусыларбарыһына ла сертификат тапшырыла, призерҙар һәм еңеүселәр — диплом һәм приздар менән бүләкләнә.
Конференцияля ҡатнашыу бушлай.
Конференцияла ҡатнашыу шарттары һәм положениеһы сайты:
https://www.nchti.ru/vserossijskaya-nauchno-prakticheskaya-konferenciya-mezhnacionalnye-otnosheniya-v-sovremennoj-rossii-problemy-i-puti-resheniya
Конференция йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ баҫтырыу ҡаралған һәм хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә www.nchti.ru сайтында күркергә була.
Бәйләнеш өсөн телефондар: 89172270718, 89172909736 Динара Фәнис ҡыҙы
https://kurultai.ru/ba/content/1677-kurultaj-bashkir-tatarstana-priglashaet-k-uchastiyu-v-konferenczii/
Читайте нас: