-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 21:00

Башҡортостандың ете мөғжизәһе

“Унда мөғжизәләр тулы,Иң гүзәл башҡорт иле “ тип шиғырҙа ла әйтелгән.Ә һеҙ Башҡортостандың ете мөғжизәһен беләһегеҙме?2009 йылда, ысынлап та үҙенсәлекле, һоҡланғыс, башҡорт халҡының, республикабыҙҙың ғорурлығы булған 7 ғәҙәттән тыш нәмәгә «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» тигән статус бирелә. Сайтҡа инеп ҡарамай ғына яуап биреп ҡара ла, унан инеп ҡарап, яуаптарыңдың дөрөҫлөгөн тикшерерһең.

Башҡорт балыБашҡорт балы — баллы үҫемлектәрҙең сәскә һуттарынан бал ҡорттары йыйған биологик актив продукт.Сифаты яғынан бөтә донъяла юғары баһалана. Башҡорт бал ҡортоноң да ҡиммәте ҙур. Башҡорттар бик борондан солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән.
ҠурайБашҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай үҙен ижад иткән халыҡтың быуаттарға олғашҡан тарихының шаһиты ул.Ул һағышты ла, шатлыҡты ла, нескә лириканы ла, эпик юғарылыҡты ла көйләүгә һәләтле.Ҡурайҙа уйнау оҫталығы быуындан-быуынға тапшырыла килә. Ҡурай Башҡортостан гербында урын алған.
«Урал батыр» эпосыЭпос — башҡорт ауыҙ-тел ижадының иң боронғо ҡомартҡыһы.Башҡорттарҙың «Урал батыр» эпосы донъя халыҡтары мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө һәм ҡомартҡыһы.Эпосты 1910 йылда М. Буранғолов яҙып алған.
Красноусол минерал сығанаҡтарыҒафури районында диңгеҙ кимәленән 132—136 метрҙағы бейек үренән ағып сыға.Был минерал сығанаҡтың төп дауалау факторҙары шунда: унда хлор-натрийлы, водородлы көкөрт матдәләре бар.1944 йылда Красноусол шифаханаһы эшләй башлай.
Шүлгән мәмерйәһеБашҡортостандың Көньяҡ Уралдағы иң ҙур карст мәмерйәләренең береһе. Ул Бөрйән районында Ағиҙелдең уң яҡ ярында урынлашҡан.Мәмерйә өс ҡатлы, дөйөм оҙонлоғо ике саҡрымдан ашыу. 1965 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы Рәсәйҙең тәбиғи ҡурсаулығы тип иғлан ителә.
Янғантауҙың шифалы быуҙарыБальнеологик киң профилле шифалы быулы тау Башҡортостандың Салауат районында урынлашҡан.Ул Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ яры буйында, диңгеҙ кимәленән 413 метр бейеклектә урын алған.1944 йылда Янғантау курорты асыла. Янғантау шифаханаһы ун биш төрлө дауалау нигеҙендә Рәсәйҙә беренсе урында тора.
Салауат Юлаев һәйкәлеСалауат Юлаев етәкләгән азатлыҡ көрәше — башҡорт халҡы тарихындағы иң сағыу ваҡиға.1967 йылда Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле асыла. Был һыбайлы монументы С. Д. Тавасиев тарафынан һынландырылған, архитекторы — М.Ғ.Ғәйнетдинов.Салауат һыны — Европалағы иң бейек һәйкәл. Рәсәйҙә ат һынындағы иң ҙур һәйкәл, бейеклеге – 9,8 метр, ауырлығы – 40 тонна. Һәйкәлдең образы республика гербында сағылыш тапҡан.
М.Ҡыҙрасова
Читайте нас: