+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 13:00

Моң

Яҡшылыҡҡа ғына, миһырбанғаЮлдаш, иптәш, мәңге дуҫ ҡурай.Уяулыҡҡа өндәп йыһандарҙыТауҙар тулҡындарын моң урай.

Тулҡын-тулҡын Урал тауҙарындаТулҡын-тулҡын моңдар бәүеләТарих тотҡаһына эленеүлеБишегебеҙ барҙа әлегә.Еҙекәй ҙә үлән һыҙҙырғандаБөркөт ҡанаттары тирбәлә,Йылҡы өйөрҙәре сырҡыраша,Һыбайлылар елә эргәлә.Йәйрәп ятҡан аҡсал далаларҙаБәүелешә елгә ҡылғандар,Торҡ-торҡ килә торна тауышынаЙәйрәп ятҡан ҡара урмандар.Бәреп сыға ҡурай көпшәһенәнДонъя тыны, ғәләм һулышы,Набат ҡаға, бирмә Уралды, типХалҡыбыҙҙың һәр бер һуғышы.Оран һала, ташлап китмә, тиепҠәберҙәре ата-бабаның,Туған усаҡтарҙың тере ҡуҙы,Шалтырауы һауыт-һабаның.Күҙ алдына баҫа сағыу балаҫ,Мең сәскәле тауҙар келәме.Бер биҙәк тә уға артыҡ түгел,Артыҡмы ни ергә үләне?Дошман түгел башҡорт татыулыҡҡа,Ҡорал тотмай тиккә ҡыйышып.Ерҙең хужаһы ул була белә,Килешеп гел, йәшәй һыйышып.Яҡшылыҡҡа ғына, миһырбанғаЮлдаш, иптәш, мәңге дуҫ ҡурай.Уяулыҡҡа өндәп йыһандарҙыТауҙар тулҡындарын моң урай.(ТАҢҺЫЛЫУ ҠАРАМЫШЕВА)
Читайте нас в