-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 15:00

Буласаҡ рәссамдар, скульпторҙар, архитекторҙар ҡайҙа ҡанат нығыта?

Ҡ.С.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты баш ҡалабыҙ Өфөлә урынлашҡан. Һынлы сәнғәт фәндәрен төплө өйрәнеү буйынса дөйөм белем биреүсе уҡыу йорто ул.

1961 йылда 4‐се тулы булмаған урта мәктәп-интернат булараҡ асыла, 1965 йылдан алып Республика урта һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты итеп үҙгәртелә. 1994 йылда — башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы рәссам Ҡасим Дәүләткилдеев исеме бирелә. Был үҙенсәлекле гимназия-интернатҡа 5‐се класты тамамлаған һәләтле балалар конкурс буйынса ҡабул ителә. Һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, материалдарҙы нәфис эшкәртеү оҫтаханалары, компьютер һәм нәфис производство графикаһы, сәнғәт тарихы кабинеттары яҡшы йыһазландырылған. Балаларҙың уҡыуын һәм ялын матур ойоштороу маҡсатында спорт залы, тантаналар залы, уҡыу залдары, китапхана, дөйөм ятаҡ бар. Уҡыусыларҙың ғилми йәмғиәттәре, түңәрәктәр эшләй. Гимназия менән БР‐ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садыҡова (2011 йылдан алып етәкселек итә. Уҡыу йортонда 60-тан ашыу уҡытыусы һәм тәрбиәсе эшләй, уларҙың күбеһенең почётлы исемдәре бар. Гимназияны 4 меңгә яҡын кеше тамамлаған. Улар араһында Л.Н.Ғәлиева, Ф.А.Исмәғилев, Р.Р.Ҡадиров, Р.М.Маскулов, В.А.Мельников, Ф.С.Нуриәхмәтов, Л.З.Рәхмәтуллина, Х.С.Фазылов кеүек күренекле рәссамдар бар.Ҡ.С.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусылары араһында бик күп халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика ижади конкурстар һәм күргәҙмәләр лауреаттары бар.
М.Ҡыҙрасова
Читайте нас: