+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 21:00

Арҡайым ҡаласығы

Башҡорт халҡының күпләп йәшәгән төбәгендә бөгөн дә беҙ тулыһынса аңлап етмәгән урындар бар. Шуларҙың береһе булып Арҡайым ҡаласығы иҫәпләнә. Әлбиттә, был ҡаласыҡ тураһында күп яҙылған, ул төрлө яҡлап өйрәнелгән, уның тураһында байтаҡ мәғлүмәт тупланған. Ә шулай ҙа Арҡайым һаман да үҙ серҙәрен тулыһынса асырға ашыҡмай, буғай. Ә был ҡаласыҡтың баһаһы шунда: ул ғалимдарҙы тарихҡа яңыса ҡараш менән ҡарарға мәжбүр итә.

Башҡорт халҡының күпләп йәшәгән төбәгендә бөгөн дә беҙ тулыһынса аңлап етмәгән урындар бар. Шуларҙың береһе булып Арҡайым ҡаласығы иҫәпләнә. Әлбиттә, был ҡаласыҡ тураһында күп яҙылған, ул төрлө яҡлап өйрәнелгән, уның тураһында байтаҡ мәғлүмәт тупланған. Ә шулай ҙа Арҡайым һаман да үҙ серҙәрен тулыһынса асырға ашыҡмай, буғай. Ә был ҡаласыҡтың баһаһы шунда: ул ғалимдарҙы тарихҡа яңыса ҡараш менән ҡарарға мәжбүр итә.Арҡайым ҡаласығының мөһимлеген аңлар өсөн ҡараштарыбыҙҙы быуаттар төпкөлөнә ташлайыҡ. Бына беҙҙең алда бронза дәүеренә ҡараған Көньяҡ Урал далалары. Был осор беҙҙең эраға тиклемге III-II мең йыллыҡҡа тура килә. Бөгөнгө көндән сама менән 4 мең йыл элек була инде. Бына ошо осорҙа икһеҙ-сикһеҙ йәйрәп ятҡан далаларҙа, ғалимдар әйтеүенсә, ябай халыҡ ябай ғына тормош көтөп, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан. Улар ғаилә ҡорған, йәшәү өсөн һунар иткән, балыҡ тотҡан, мал көткән. Туғандар бер тирәгәрәк уҡмашып, бер-береһенә терәк булып, ябай ғына торлаҡтар төҙөп көн иткән. Ҡыҫҡаһы, ғалимдар билдәләүенсә, ул осорҙа Көньяҡ Уралдың икһеҙ-сикһеҙ далаларында унда-бында һибелеп, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа йәшәгән. Бына ошо дәүерҙә икһеҙ-сикһеҙ йәйрәп ятҡан далала бөтә яҡтан ныҡлы уйлап төҙөлгән Арҡайым исеме алған ҡаласыҡ та булған икән.Арҡайым — Көньяҡ Уралда табылған торлаҡ нығытмаһы, хужалыҡ итеү майҙаны һәм ҡәберлеге булған археологик комплекс-1987 йылда Көньяҡ Урал далаларында табылған иң боронғо цивилизацияларҙың береһенә ҡараған «ҡалалар иле». Арҡайым Англияның боронғо Стоунхендж обсерваторияһына оҡшаған. Был асыш XX быуаттың һуңғы ике тиҫтә йылындағы археологик сенсация булды. Янында урынлашҡан элекке башҡорт ауылы исемен алып, ғалимдар уны «Арҡайым» тип исемләне. Хәҙерге көндә әлеге урындар музей-ҡурсаулык дәрәжәһендә, унан донъяның төрлө тарафтарынан экскурсияға килгән кешеләр ағымы өҙөлмәй. Музей-ҡурсаулыҡтың даны — б. э. т. III—II мең йыллыҡҡа ҡараған Арҡайым нығытмаһы һәм некрополе. Арҡайым Уралдың көнсығыш һырттары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа — 400, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 100—150 саҡрымға һуҙылған. Әлеге көндә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Силәбе өлкәһе көньяғының ҙур ғына майҙанында Арҡайым цивилизацияһына ҡараған 21 ҡаласыҡ асылған. Уларҙың яҡынса йәше — 4000 йыл.Арҡайымдар күпләп мал аҫраған, металл эшкәртеү, ювелир әйберҙәр эшләү, ҡорал яһау, тукыу һ.б. төр эштәр менән шөғөлләнгән. Тикшеренеүселәр шуныһына хайран ҡала: Арҡайымды кешеләр ҡапыл ташлап киткән, бынан һуң унда ҙур янғын сығып, ҡала янып бөткән. Ҡалаларҙағы ҡоролмалар ағас менән үҙенән-үҙе цементҡа әйләнә торған ләмдән төҙөлгән. Ә күмергә әйләнгән ағас быуаттар буйына һаҡлана ала. Әллә нисә мең йыллыҡ үткәс ғәжәп ҡалаларҙы асыуға ошо булышлыҡ итә лә инде. Кешеләрҙең ҡаланы ҡапыл ғына ташлап китмәгәнен, уларҙың үҙҙәре менән барлыҡ кәрәк-яраҡтарын да алып китеүен асыҡлай ғалимдар. Улар фекеренсә, арҡайымдар ут ғәрәсәте хаҡында алдан иҫкәртелгән һәм хәүефһеҙ урынға күсеп киткән булырға тейеш. Был иһә унда йәшәгән халыҡтың һәләкәттәрҙе алдан күрергә һәләтле булыуҙары хаҡында һығымтаға килтерә. Тимәк, арҡайымдар үҙенсәлекле белемгә эйә булған, тигән һүҙ. Ғалимдар фаразлауынса, кешелектең иң боронғо тарихы тап Урал менән бәйле.
М.Ҡыҙрасова
Читайте нас: