+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 13:00

«Туй йолаһы» фестиваленә йомғаҡ яһалды

«Ырыу ағасы» республика форумы сиктәрендә Шаран районында онлайн форматта «Туй йолаһы» фестивале үтте.

«Ырыу ағасы» республика форумы сиктәрендә Шаран районында онлайн форматта «Туй йолаһы» фестивале үтте. Пандемия осоронда хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп уҙғарылған конкурсҡа 83 коллектив видеоматериалдар тәҡдим итте. Яҙмалар түңәрәк өҫтәлдә тикшереп, баһаланды.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса беренсе дәрәжә дипломға өс коллектив – Әбйәлил районынан «Күбәләк биҙәктәре», Бишбүләк районынан «Мерчен» халыҡ фольклор ансамбле һәм Дыуандан «Әйлеләр» ансамбле лайыҡ булды. Улар башҡорт милли һауыт-һабалары һәм самауыр менән бүләкләнде. Фестиваль хужалары Шарандарға махсус диплом тапшырылды.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: