Республика халыҡ ижады үҙәге Башҡорт теле көнөнә арналған #МинБашҡортсаҺөйләшәм #ЯГоворюНаБашкирском флешмобында ҡатнашырға саҡыра. Ул 23 ноябрҙән 14 декабргә тиклем үткәрелә.
1. Башҡорт телендә әҫәр һайларға;
2. Сығышты видеоға төшөрөргә;
3. Видеороликты социаль селтәрҙәрҙә бөтә кешеләр ҙә күрерлек итеп асыҡ рәүештә беркетергә;
4. Видео аҫтына @rcnt_rb билдәләргә, #МинБашҡортсаҺөйләшәм #ЯГоворюНаБашкирском #УфаРЦНТРБ #ДеньБашкирскогоЯзыка хештэгтарын ҡуйырға.
5. Видеояҙма башҡорт телендә 30 секундтан 3 минутҡа тиклем горизонталь төшөрөлөргә тейеш.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы