+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 15:00

Башҡорт ҡурайсыһы виртуаль ҡурай өҫтөндә эшләй

Тиҙҙән ҡурайҙың цифрлы күсермәһе аша ла милли ҡорал моңдарын сығарырға мөмкинлек буласаҡ.

Тиҙҙән ҡурайҙың цифрлы күсермәһе аша ла милли ҡорал моңдарын сығарырға мөмкинлек буласаҡ. Виртуаль ҡурай – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм ҡурайсы, «Саптар» этно-төркөмө етәксеһе һәм ҡурай мәктәбе уҡытыусыһы Юлай Ҡасимовтың уртаҡ проекты. Уның маҡсаты – һөнәрмән музыканттар ҡуллана алырлыҡ ҡурай көйөнөң цифрлы онлайн-синтезаторын булдырыу. Әлеге ваҡытта ҡурай тауыштары яҙҙырыла, уларҙы ноталы тәртипкә урынлаштырыу бара.
Цифрлы ҡурайҙы булдырыуҙа «Юлдаш» радиоһы, билдәле ҡурайсылар, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров ярҙам күрһәтә.
«Эшебеҙ ике өлөштән тора. Тәүгеһе – музыкаль база, уны ҡурайсы булдыра. Мин ҡурайҙың бөтә булған тондарын да яҙҙырҙым. Эштең икенсе өлөшөн программа яҙыу оҫталары башҡара. Уларҙың эше ҡатмарлыраҡ. Әлбиттә, цифрлы ҡурайыбыҙ ниндәй генә юғары сифатта килеп сыҡһа ла, ысын ҡурай тауышына барып етмәй. Беҙҙең маҡсат – тере ҡурайҙың яңғырашына мөмкин тиклем яҡынлашыу. Был онлайн-ҡушымтаны бөтә ер шарынан да музыканттар ҡурай яңғырашы менән танышыу, уның тауышын үҙенең көйҙәренә ҡушыу өсөн файҙалана аласаҡ. Ә виртуаль ҡурайҙы тағы ла камиллаштыра бирһәк, уны һөнәрмән музыканттар үҙләштерер, тип ышанабыҙ. Эште ҡатмарлаштырыусы бер шарт ҡына бар. Бындай онлайн-ҡоралдар башҡа юҡ. Беҙгә цирфлы ҡурайҙы өр-яңынан эшләргә тура килә», – тип белдерҙе Юлай Ҡасимов.
Цифрлы ҡурайҙың тәүге версияһы киләһе йылда ирекле ҡулланылышҡа сығасаҡ. Беҙҙең яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.
https://kurultai.ru/ba/content/1666-bashkirskij-kuraist-sozdaet-virtualnyj-kuraj/
Читайте нас: