-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 19:00

«Башҡорт шәле – 2020» республика фестиваль-конкурсы оҫталарҙы ҡатнашырға саҡыра

Башҡортостанда 7-11 декабрҙә ХIII «Башҡорт шәле – 2020» республика фестиваль-конкурсы ойошторола. Сарала ҡатнашыу өсөн бөтә республиканан башҡорт дебет шәле оҫталары саҡырыла.

Башҡортостанда 7-11 декабрҙә ХIII «Башҡорт шәле – 2020» республика фестиваль-конкурсы ойошторола. Сарала ҡатнашыу өсөн бөтә республиканан башҡорт дебет шәле оҫталары саҡырыла.
7-8 декабрҙә «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында жюри конкурсҡа ебәрелгән ижади эштәргә йомғаҡ яһай.
9-10 декабрҙә «Нисек һәйбәт дебет шәле һайларға?», «Башҡорт шәле оҫталарының яратҡан биҙәктәре», «Һуғылған башҡорт шәле» темаларына онлайн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
Фестиваль-конкурс 11 декабрҙә «Башҡорт шәле – 2020» республика фестиваль-конкурсы йомғаҡтары һәм дебет шәл бәйләү кәсебен үҫтереү» темаһына түңәрәк өҫтәл менән тамамлана.
Конкурсҡа ғаризалар һәм эштәр 2020 йылдың 4 декабренә тиклем Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56 адресы буйынса ҡабул ителә.
https://www.bashinform.ru/news/1526005-respublikanskiy-festival-konkurs-bashkirskaya-shal-2020-priglashaet-masterov-k-uchastiyu/
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в