+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 11:00

Балалар һүрәттәр конкурсында ҡатнаша ала

14 ноябрҙә башланған «Башҡортостанымды һүрәткә төшөрәм» балалар рәсеме конкурсы 10 декабргә тиклем дауам итә.

14 ноябрҙә башланған «Башҡортостанымды һүрәткә төшөрәм» балалар рәсеме конкурсы 10 декабргә тиклем дауам итә. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Башҡорт теле көнөнә бәйләп ойошторолған сара онлайн рәүештә бара. Бәйгелә мәктәпкәсә йәштәге балалар ҡатнаша, һүрәттәр түбәндәге темалар буйынса тәҡдим ителә ала:
«Яратҡан әкиәтем»;
«Башҡортостан – тыуған йортом»;
«Башҡортостан символикаһы»;
«Яратҡан геройым»;
«Халҡымдың милли кейеме»;
«Башҡортостан – кисә, бөгөн, иртәгә».
Конкурста ҡатнашыу өсөн һүрәттәрҙе #ярисуюБашкортостан,
#Башҡортостандыhүрәткәтөшөрәм, #Деньбашкирскогоязыка, #Башҡорттелекөнө хэштегтары менән социаль селтәрҙә («Вконтакте», «Инстаграм», «Фейсбук») ҡуйырға кәрәк.
Иң яҡшы тип танылған эштәр Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Дипломдары менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас: