+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 21:00

Республикала башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың онлайн-фестивале башланды

Фестивалдә 16 йәштән 65 йәшкә тиклем башҡорт оҙон көйөн һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнаша ала.

Республикала башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың «Үлемһеҙ йырҙар» онлайн-фестивале башланды. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.
Фестивалдә 16 йәштән 65 йәшкә тиклем башҡорт оҙон көйөн һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнаша ала. Бының өсөн башҡорт халыҡ йырын башҡарып, өс минуттан артмаған видеороликты #үлемһеҙйырҙар2020 хэштегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк.
Онлайн-фестивалгә йомғаҡ 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә яһала.
Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50.
https://www.bashinform.ru/news/1525495-v-bashkortostane-startuet-onlayn-festival-ispolniteley-bashkirskoy-narodnoy-protyazhnoy-pesni/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: