+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 19:00

Башҡорт ҡатындарының милли кейеме - ысын хазина

Бейеүсе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллинаның яңы видеоклибы донъя күрҙе. Был яҙмала Миләүшә бер бейеүҙе ундан ашыу милли образда башҡара—һәр береһе үҙенсәлекле.

Бейеүсе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллинаның яңы видеоклибы донъя күрҙе. Был яҙмала Миләүшә бер бейеүҙе ундан ашыу милли образда башҡара—һәр береһе үҙенсәлекле.
«Был бейеүҙә халыҡ бейеүҙәре элементтары менән заманса бейеү хәрәкәттәре ҡатышып килә. Клиптың ҙур өлөшөн бейеү генә түгел, кейем һәм биҙәүестәр ҙә тәшкил итә. Ул төрлө ырыуҙарҙан булған төрлө йәштәге һәм төрлө дәрәжәләге ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейемдәре»,— тип һөйләне Миләүшә Хәйбуллина.
Был ижади эш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бергә башҡарылған һәм Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды грантынан финансланған
Быйыл республика эстрадаһының һәләтле башҡарыусылары «Арғымаҡ», «Бишбармаҡ», «Darman» төркөмдәре, Алтынай Вәлитов, Зәйнетдин проекты, бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина һәм Е7Е-media видео студияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бергә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән килптар шәлкемен төшөрөү ниәтен белдерҙе. Был башланғыс республика етәкселеге тарафынан хуплау алды һәм матди ярҙамға лайыҡ булды.
https://youtu.be/u13c4lR8glM
Проект Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында үткәрелә.
https://kurultai.ru/ba/content/1661-naczionalnaya-odezhda-bashkirskih-zhenshhinnastoyashhee-sokrovishhe/
Читайте нас: