+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 22:00

Уҡыусыларҙы Кәрим Хәкимовтың 130 йыллығына арналған интернет-викторинаға саҡыралар

Интернет-викторинала ҡатнашыу өсөн 23 ноябрҙә сайтта теркәлергә кәрәк. Сараны уҙғарыу ваҡыты – 24 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем.

Уҡыусыларҙы Башҡортостанда тыуып үҫкән күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған интернет-викторинаға саҡыралар. Унда республика мәктәптәренең 6-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала.
Интернет-викторинала ҡатнашыу өсөн 23 ноябрҙә сайтта теркәлергә кәрәк. Сараны уҙғарыу ваҡыты – 24 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем.
Ҡатнашыусыларға яуаптарҙың варианттары менән 40 һорау бирелә, шуларҙан 60 минут эсендә дөрөҫ яуапты һайлап алырға кәрәк.
Интернет-викторинанан һуң һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырыла. Уның положениеһы менән Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Ойоштороусылар — 2020 йылда Кәрим Хәкимовтың тыуыуына арналған юбилей сараларын уҙғарыу барышында Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы. Интернет-викторинаның маҡсаты — үҫеп килгән быуындың күренекле совет дипломатының тормошона һәм эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу.
https://www.bashinform.ru/news/1524898-shkolnikov-priglashayut-na-internet-viktorinu-k-130-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-karima-khakimova/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: