-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 11:00

Ҡәләм остарында төшөргән скульптуралары менән дан ҡаҙаныусы Өфө егете –

рәссам һәм скульптор-миниатюрист Салауат Фидаи

Өфө рәссамы һәм скульптор-миниатюрист Салауат Фидаи ҡәләм остарында төшөргән скульптуралары менән дан ҡаҙанған. Ул Иглин районы Ҡыҙыл шәфәҡ (Красный восход) ауылында, ИЗО уҡытыусылары ғаиләһендә тыуа. Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге гимназия- интернатта белем ала. Әммә сәнғәт юлынан китмәй. 20 йылдан ашыу Өфөлә коммерция предприятиеһы менән етәкселек иткәндән һуң, 2014 йылдан башлап ул бары тик рәссам һәм скульптор ғына булырға ҡарар итә. Ҡәләм осондағы микроминиатюралары менән бик күптәрҙе хайран итә Салауат. Уның видеояҙмаларын ҡараусылар һаны 300 меңдән алып 6 миллиондан ашып китә.Скульпторҙың роликтары бик ҡыҫҡа – 1 минутҡа тиклем. Яңы геройҙар өҫтөндә эшләү барышы төшөрөлгән роликтар йыш яңыртыла: бәләкәс Йода, клоун Пеннивайз, Төн короле, тимер тәхет, аждаһалар, ҡанатлы аттар. TikTok Рәсәйҙә 2019 йылға йомғаҡ яһаны һәм илдәге иң популяр контент булдырыусыларҙы атаны. Салауат Фидаи Рәсәй сегментында иң яҡшы автор тип танылды, тип хәбәр итте «Мел».Салауат Фидаи үҙенең эштәрен @salavat.fidai исеме менән һала. Уға өс миллиондан ашыу кеше яҙылған.Уның үҙенсәлекле ижадының күргәҙмәләре Рәсәй ҡалаларында ғына түгел Великобританиия, Сингапур, АҠШ, ОАЭ һәм башҡа илдәрҙә бик юғары баһалана.
М.Ҡыҙрасова
Читайте нас в