Был скрипканың исеме «Йосопов». Уны билдәле Италия виртуозы, ҡыллы музыка инструменттары оҫтаһы Антонио Страдивари 1736 йылда эшләгән.Рәсәй милли музыка музейында һаҡлана.Был скрипка кенәз нәҫеленә ҡараған Йосоповтарҙыҡы була.1917 йылда, сит илгә ҡасып сығыр алдынан кенәз Феликс Йосопов был ҡиммәтле скрипканы үҙе йәшәгән һарайҙың (дворец) нигеҙенә йәшереп күмеп китә.Донъяла барлығы 550 Страдивари эшләгән скрипка һаҡланған. Ул 23 йәшендә тәүге скрипкаһын эшләй, һәм ғүмере буйы ошо изге эш менән шөғөлләнә.Италияның Кремона ҡалаһында Страдивари скрипкалары музейы бар. Унда һаҡланған уйын ҡоралдары ифрат затлы, уларҙы бик-бик ҡәҙерләйҙәр. Атаҡлы оҫта эшләгән скрипкаларға артыҡ ҡағылмайҙар ҙа. Әммә бер хеҙмәткәр әленән-әле уларҙы витринанан сығарып, күпмелер уйнап ала ла, кире быяла аҫтына һалып ҡуя икән. Шулай уйнап тормаһаң, скрипка үлә, имеш. Емерелмәй ҙә, ярылмай ҙа, ҡупмай ҙа, ә үлә... Әгәр ҙә скрипка ватылһа - уны төҙәтеп, ҡылдары өҙөлһә - ялғап була. Ә бына уйын ҡоралы үлһә, уны бер нимә лә эшләтеп булмай, тиҙәр. Шулай итеп, уйналмай ятҡан инструмент юҡҡа сыға.