+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2020, 11:00

Балағыҙға туған телендә өндәшегеҙ!

Йыш ҡына ата-әсәләр төрлө сәбәптәр арҡаһында балаһы менән туған телдә һөйләшеүҙән баш тарта.

Йыш ҡына ата-әсәләр төрлө сәбәптәр арҡаһында балаһы менән туған телдә һөйләшеүҙән баш тарта. Берәүҙәр быны логопед кәңәше, баланың телмәр үҫеше тотҡарланыуы менән бәйләй, икенселәр бала сит мөхиттә, башҡа телдә аралашҡан саҡта үҙен ят бауыр итеп тойор, тип ҡурҡа. Ләкин бик күп ғалимдар ике теллелектең өҫтөнлөктәре тураһында яҙа һәм хатта телмәр үҫеше тотҡарланған балаларға ла туған телде өйрәтеү мотлаҡ, тип иҫәпләй. Ҡайһы бер ата-әсәләр, бер нисә телде өйрәнгәндә, баланың башы буталыр, мәктәптә уҡыуы насарайыр, тип тә ҡурҡа. Хәҙерге заман тикшеренеүҙәре иһә бының киреһен раҫлай!
Ни өсөн ата-әсәләр балаһы менән туған телдә һөйләшергә тейеш һуң? Баланың башҡа телдәрҙе белеүендә, телмәре үҫешендә туған теле ниндәй роль уйнай? Иң тәүге һәм иң ябай сәбәп – ата менән әсә туған телен башҡа телдәргә ҡарағанда яҡшыраҡ, камилыраҡ белә һәм үҙенең белемен, тормош тәжрибәһен балаға туған телендә еткерә ала. Йыш ҡына ата-әсәләр был ҙур мөмкинлекте баһалап еткермәй.
Өс телле логопед һәм бик күп китаптар авторы Ана Паула Г. Мами ике телде белгән ата-әсәләргә ошондай кәңәштәр бирә:
Балаға туған телендә эш ҡушығыҙ.
Һорауҙарына туған телдә яуап бирегеҙ, аңламағанын туған телдә аңлатығыҙ.
Бергәләп китап уҡығанда уның йөкмәткеһен туған телдә тикшерегеҙ.
Бер үк ваҡытта бер нисә телде өйрәнеү билингв балалар өсөн тәбиғи күренеш. Шулай ҙа киләсәктә башҡа телдәрҙе еңел үҙләштерһен өсөн балаға кесе йәшенән әсә телен өйрәтергә кәрәк. Сөнки уның һәләттәрен, шул иҫәптән телгә һәләтен ваҡытында үҫтереү тәү сиратта ата-әсәнең бурысы.
Ана Паула Г. Маминиҙың мәҡәләһе файҙаланылып яҙылды
Гөлназ Яҡупова, Журналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Бәхетнамә" проекты авторы
Читайте нас: