+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2020, 21:00

Ҡайындың ете мөғжизәһе

1.Халҡыбыҙҙа “ҡайын” һүҙен ҡулланған бик күп ер-һыу атамалары бар. Тәбиғәттә ҡайындан да шиғри үҫемлек юҡ. Ҡайын ағасына үҙенең шиғри юлдарын бағышламаған шағир, көй ижад итмәгән композитор, һүрәтендә ҡайындың матурлығын йырламаған рәссам бармы икән ул?

1.Халҡыбыҙҙа “ҡайын” һүҙен ҡулланған бик күп ер-һыу атамалары бар. Тәбиғәттә ҡайындан да шиғри үҫемлек юҡ. Ҡайын ағасына үҙенең шиғри юлдарын бағышламаған шағир, көй ижад итмәгән композитор, һүрәтендә ҡайындың матурлығын йырламаған рәссам бармы икән ул?2.Ҡайын – донъялағы берҙән-бер аҡ ҡабыҡлы ағас. Был мөғжизә ҡайындың ҡабығында уға аҡ төҫ биреүсе матдә булыуы менән аңлатыла. Ғалимдар был матдәне «бетулин» (латин теленән тәржемә иткәндә «бетула»- «берёза») тип атағандар.Ҡайындың аҡ ҡабығы ҡояш нурҙарын кире ҡаға, шуға күрә лә, хата бик эҫе көндәрҙә лә ҡайындың олоно һалҡын булып ҡала.3. Беҙҙең илдә ҡайындың бер нисә төрө билдәле. Һөйәлле ҡайын менән бөҙрә ҡайын иң таралып үҫкәндәрҙән һанала. Тундра зонаһында кәрлә ҡайындар үҫә. Тәбиғәттә ҡара ҡайындар ҙа осрай.
4.Йыһан энергияһын күпләп йыйып, тирә-яҡҡа еңел генә таратып, запастарын бик тиҙ тулыландырыусы ағастар бар. Улар – донор ағастар. Ағастан энергия алыу өсөн уға бер аҙ маңлай менән терәлеп торорға ла, баш осонан юғарыраҡ ике ҡуллап ҡосаҡлап, бөтә тәнең менән һыйынып ярҙам һорарға.Ҡояштан, һауанан һәм ерҙән үҙләштерелгән энергияға һәр ағас үҙенең сифаттарын өҫтәп бирә.Был йәһәттән дә ҡайын – үҙенсәлекле ағас. Һәр кемгә лә ул энергияһын биреп бармай. Нисектер үҙ күргән кешеһенең генә күңел тойғоһон һиҙә. Әгәр ҙә ул кешелә уға ҡарата һөйөү, изгелек һәм наҙ хисен һиҙһә, көтөлмәгән миҡдарҙа энергияһын уға бүлеп бирә.Ағастың «көйһөҙлөгөн» борон-борондан белгәндәр һәм ишек алдына, өй эргәһенә ҡайын ағасын ултыртмағандар.Халыҡ ышаныуҙары буйынса ҡайын бигерәк тә йәш ҡыҙҙарҙы, балаларҙы яратҡан.5.Ҡайындан, уның туҙынан эшләнгән әйберҙәр күп төрлөлөгө менән айырылып тора. Бынан йөҙәр йыл элек, ҡағыҙ булмаған ваҡытта, туҙға хаттар, грамоталар, хатта балалар өсөн китаптар яҙғандар. Башҡорттоң «туҙға яҙмағанды ысын булһа ла һөйләмә» тигән билдәле әйтеме ошо осорҙо сағылдыра.Ағас төҙөлөш материалы булып тора. Ҡайын ағасы ҡаты. Уны йорт йыһаздары, саңғылар, юғары сортлы фанера эшләү өсөн ҡулланалар.
6.Ҡайындан метил спирты уксус ацетон, дегет алалалр. Ә дегетте һабын, шапмундәр эшләгәндә ҡулланалар.
7. Өйҙәрҙе йылытыу өсөн дә ҡайын иң ҡулайлы ағас. Ул йылылыҡты күп бүлеп сығара, шуға күрә өй тиҙерәк һәм нығыраҡ йылына. Күмерен самауыр ҡайнатҡанда ҡулланалар.
Читайте нас: