"Мин халыҡ сәсәндәре һүҙ сәнғәтендә тасуирлаған образға композиция эшләнем. Халҡыбыҙҙың рухына тап килерҙәй, башҡа халыҡтар аңларлыҡ итеп.Йылан – ҡамсы, Аҡбуҙатҡа һалынған эйәр – тәхет, булат ҡылыс – ҡаһарман фиҙаҡәрлек. Бында һәр атрибут мөһим. Булат ҡылыс Урал батырға, уның кеүек батырҙарға тәғәйенләнгән. Биҙәлеше, ҙурлығы буйынса ла ул уникаль ҡорал", – ти Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, скульптор Өлфәт Ҡобағошов.Өлфәт Ҡобағошов, скульптор:– Күңел һыҙлай ине. Беҙҙең иҫ киткес бай хазинабыҙ – уникаль эпостарыбыҙ бар! Ниңә уларҙы монументаль-декоратив, һынлы сәнғәт аша халыҡҡа күрһәтмәйбеҙ? Ҡырғыҙ, ҡалмыҡ, тыва, яҡут халыҡтарының вариҫтары үҙҙәренең боронғо милли әҫәренә һәйкәл ҡуйҙы.Ваҡыт ҡушыуы булдымы, уны ойошторған егеттәр өлгөрөп еттеме, бер көн килеп Аҡбуҙат һәйкәленә конкурс иғлан иттеләр. Күптәнге хыялым ине. Миңә лә ҡатнашыуға форсат тейҙе.Башҡорт халыҡ ижадын төптән аңлаған, тарихты яҡшы белгән етәксе, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллинға ҙур рәхмәт. Ауыҙ-тел ижадын, халҡыбыҙҙың һынлы сәнғәтен белеп, аңлап, тойоп, уның нигеҙендә эшләгән эскиздарымды һайлап алыуҙа уның роле ҙур.Скульптор булыу ғына аҙ бында, сөнки ысынбарлыҡтағы ат һынын бирмәйһең бит. Аҡбуҙат – меңәр йылдар дауамында сәсәндәрҙең поэтик теле менән шымартылған образ. Уны сәнғәттең монументаль төрөнә күсерергә кәрәк ине. Эпосты белмәй тороп, быны нисек эшләмәк кәрәк? Сәсәндәр бит ана нисек килтереп еткергән халыҡ тасуирлаған мифик ат образын?Мәҫәлән, «Аҡбуҙат» эпосында:
«Яуға сапҡан батырҙай,Алтын-көмөш эйәрле,Болғар тартҡы, айыллы,Туҡымдары ынйылы,Тибенгеһе сәмсәле,Болан тире таралғыӨҙәңгеһе көмөштән,Эйәр ҡашы алтындан,Семәрләнгән аҡыҡтан;Йылан ҡамсы ҡашында,Ҡанъяғала ҡуржыны,Ҡырпыуҙары сәхтиән.Күмелдерек түшендә,Арт һанында — ҡойошҡан;Ебәк сылбыр нуҡталы,Ҡуш ауыҙлыҡ йүгәнле,Теҙгенен ҡашҡа шаҡарған,Ҡырас яллы, төк сәсә;Суртан һыртлы, тар бөйөрҠубаға һебә, ҡуян бот,Текә тояҡ, ас яңаҡ,Ҡамыш ҡолаҡ, киң танау,Ҡарсыға түш, баҡыр күҙ,Әтәс муйын, ҡуш урай,Суңҡа эйәк, ҡымты иренАҡбуҙ толпар янында».
Мин халыҡ сәсәндәре һүҙ сәнғәтендә тасуирлаған образға композиция эшләнем. Халҡыбыҙҙың рухына тап килерҙәй, башҡа халыҡтар аңларлыҡ итеп.Йылан – ҡамсы, Аҡбуҙатҡа һалынған эйәр – тәхет, булат ҡылыс – ҡаһарман фиҙаҡәрлек. Бында һәр атрибут мөһим. Булат ҡылыс Урал батырға, уның кеүек батырҙарға тәғәйенләнгән. Биҙәлеше, ҙурлығы буйынса ла ул уникаль ҡорал.Биҙәү сәнғәте лә иҫәпкә алынырға тейеш ине һәйкәлде ижад иткәндә. Тимер сүкеү, күнде һырлап эшләү. Былар барыһы ла башҡорт халҡының декоратив сәнғәтендә элек-электән лайыҡлы урын алған. Беҙ шуны әлеге заманда ҡулланмайбыҙ ғына! Ә улар эпостарҙа күрһәтелә.
(Башҡортостан мираҫы төркөмөнән)