Башҡорт теле көнөндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында йылға йомғаҡ яһаласаҡ.
Башҡорт теле көнөнә ҡарата үтәсәк саралар тураһында 20 ноябрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы киңәйтелгән ултырышта фекер алышты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһының кураторы Сынтимер Баязитов Башҡорт теле көнөнә арналған йәмәғәт проекттары тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы.
Быйылғы йылдың һәр бер айы айырым йүнәлешкә арналды. Республикабыҙ район һәм ҡалаларында ул темалар сиктәрендә тематик дәрестәр, мастер-кластар, конкурстар үткәрелде, әле улар декабргә тиклем дауам итә.
«Башҡорт теле йылы» проекты сиктәрендә бер нисә сара ойоштороу ҡаралған:
«Башҡорт теле йылы» онлайн-марафонын үткәреү үҙ эсенә республиканың фән, тарих, бизнес, мәҙәниәт, спорт, кинематография өлкәһендә билдәлелек яулаған шәхестәре, блогерҙар менән берлектә видеороликтар серияһын сығарыуҙы, музыкаль һәм бейеү мастер-кластарын, видеоклиптар, концерттар, балалар өсөн аниматорҙар менән уйындар, мини спектаклдәр, милли кинофильмдар, йәнһүрәттәр, яңы социаль роликтар һәм видеоклиптар күрһәтеүҙе ала. Августан декабргә тиклем дауам итә.
Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһағанда түбәндәге номинациялар билдәләнә, һәр номинацияла 3-әр урын бирелә:
— муниципаль район хакимиәттәре араһында;
— ҡала округтары хакимиәттәре араһында;
— район башҡорттары ҡоролтайҙары араһында;
— ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары араһында;
— Рәсәй Федерацияһы субъекттары (ҡалалары) башҡорт йәмәғәт ойошмалары араһында;
— Башҡорт теле йылының тематик йүнәлештәренә ярашлы номинациялар була.
Күрһәтмәләргә ярашлы, жюри өҫтәмә номинациялар индерергә хоҡуҡлы булыуын иҫәпкә алып, ике номинация өҫтәлде:
— «Хатаһыҙ ауыл/ҡала» конкурсы һәм
— Иң яҡшы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы.
«Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә ярҙам фонды республика Башлығы Грантына конкурс һөҙөмтәләренә иғтибар итһәк, еңеүселәр араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бер рәттән башҡа башҡорт милли йәмәғәт ойошмалары, шул иҫәптән район, төбәк ҡоролтайҙары ла булыуы беҙҙең өсөн һөйөнөслө булды: 1.Мәскәүлеләр грант нигеҙендә башҡорт этномәҙәни клубын ойошторҙо; 2. Свердловскийҙар башҡорт телен өйрәнеү буйынса факультативтар асылды; 3. Пермдә ғәйнә башҡорттарың теленә һәм тарихына арналған ҙур проект тормошҡа ашырыла; 4. Шулай уҡ Пермь крайының Барҙа районында Тәтешле районының 1-се мәктәбе коллективы башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе ойошторҙо; 5. Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы студенттар һәм йәштәр менән милләт-ара татыулыҡ сараларын тормошҡа ашыра; 6. Силәбеләр артабан да башҡорттар тураһында тапшырыуҙарын дауам итте; 7. Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы «Әкиәтле тыуған яҡ» проектын бойомға ашыра», — ти Сынтимер Баязитов.
Шулай уҡ Ҡоролтайҙың медиа-үҙәге Башҡорт теле көнөнә арналған интернет-конкурстар - «Әсәм теле — сәсән теле» шиғыр һөйләүселәр, «Матур донъя» видеояҙмалар, «Тырыш!» йүнселдәр өсөн конкурстар иғлан итте. Башҡорт Википедияһы менән берлектә «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» конкурсы иғлан ителде.
https://kurultai.ru/ba/content/1637-14-dekabrya-podvedut-itogi-goda-bashkirskogo-yazyka/