-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2020, 17:00

«Һәйкәл Ағиҙел ярына ҡуйылырға тейеш!»

Баш ҡалабыҙға килгән һәр кемде алыҫтан уҡ милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле ҡаршы ала. Ул илдә генә түгел, Европала иң бейек атлы постамент тип танылған.

Баш ҡалабыҙға килгән һәр кемде алыҫтан уҡ милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле ҡаршы ала. Ул илдә генә түгел, Европала иң бейек атлы постамент тип танылған.
Салауат Юлаев майҙаны иһә күптән республиканың йөҙөк ҡашына әүерелгән. Һәйкәл был урынға 1967 йылдың 17 ноябрендә ҡуйыла. Авторы — бөтә илгә танылған данлыҡлы Сосланбәк Тавасиев.
20 ноябрҙә ойошторолған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция арҙаҡлы скульптор-монументалист Сосланбәк Тавасиевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды. Сарала ҡатнашыусыларҙы республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева менән Төньяҡ Осетияның мәғариф хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәреү институты ректоры Людмила Исакова сәләмләне. Улар конференцияның юғары әһәмиәткә эйәлеген билдәләне.
«Тәү ҡарамаҡҡа, һәйкәл, уның авторы тематикаһы мәғариф өлкәһенә бик ҡарамай ҙа кеүек. Тик тәрәндән уйланһаң, уның мәктәп уҡыусылары, йәштәр, уҡытыусылар өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуы аңлашыла. Беҙҙе бөгөн республиканың мәктәптәре һәм балалар ҙа ҡарай. Улар өсөн ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәт бик күп»,— тине Әлфиә Ғәлиева.
Артабан Сосланбәк Тавасиевтың ғүмер юлы, уның был һәйкәлде эшләү тарихына арналған документаль яҙма күрһәтелде.
Билдәле булыуынса, монументаль скульптура оҫтаһы Төньяҡ Осетияла тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тавасиевтар ғаиләһе республикабыҙҙың Стәрлебаш районына эвакуациялана. Шунан улар Өфөгә күсә. Сосланбәк Дафа улы 1941-1942 йылдарҙа СССР Рәссамдар союзының Өфө бүлексәһендә яуаплы секретарь була.
Салауат Юлаев һәйкәлен ижад итеү идеяһы Тавасиевҡа нәҡ Башҡортостанда йәшәгән осорҙа, 1941 — 1946 йылдарҙа, килә. Милли батыр тураһында ул 1941 йылдың йәйендә Стәрлебаш ауылында ишетә. Фронтҡа яңы һалдаттар оҙатҡан саҡта бер оло йәштәге башҡорт: «Еңеү өсөн Салауат кеүек батыр булырға кәрәк», — тип әйтә. Шул ваҡиғанан алып Сосланбәк Дафа улы Салауат Юлаев менән ҡыҙыҡһына башлай, уның тураһында булған әҙәбиәтте уҡый, архив материалдарын, башҡорт фольклорын өйрәнә.
Уның күҙ алдына ат өҫтөндәге ярһыу Салауат килә. Көслө ҡулы менән теҙгенде шаҡарып тартып, бейек ярҙа үҙе һымаҡ ярһыған атын ҡапыл туҡтатҡан... Тәүәккәл, ғәйрәтле, ихтыярлы йөҙ, алға өндәп ынтылған, уң ҡулында — ҡамсы. Ысын ҙурлығындағы гипс һәйкәлдең моделе 1963 йылда эшләнеп бөтә.
Скульптура Ленинградтағы «Монументскульптура» заводында бронза яғылған суйындан ҡойоп яһала. Скульптор һәйкәлде Ағиҙел йылғаһының текә ярына ҡуйыу теләген белдерә. Республика матбуғатында бәхәс ҡуба, партияның өлкә комитеты һәйкәлде ҡала Советы алдына йәки Совет майҙанына ҡуйырға тәҡдим итә. Тавасиев үҙ фекерендә ныҡ тора һәм еңеп сыға. Бөгөн һәр кем уның был ҡарарының ни тиклем дөрөҫ булғанын күрә. Урын, ысынлап та, бик уңышлы һайлана.
Тавасиев Салауат Юлаев һәйкәле өсөн СССР Дәүләт премияһы, орден-миҙалдар менән наградлана, шулай уҡ Төньяҡ Осетия АССР-ының, Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы исемдәрен ала.
Сосланбәк Тавасиевтың тормошо һәм ижады тураһында Төньяҡ Осетияның халыҡ рәссамы Михаил Сбоев һөйләне. Беҙҙең республика яғынан уның ижады, эшмәкәрлегенең әһәмиәте хаҡында тарих фәндәре кандидаты, доцент Нурислам Ҡалмантаев бәйән итте.
Төньяҡ Осетия музейында Сосланбәк Тавасиевҡа арналған ҙур экспозиция бар икән. Уның менән учреждениеның директоры урынбаҫары, сәнғәт белгесе Людмила Бязрова таныштырҙы.
Ә беҙҙең яҡташтарыбыҙ - Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты, доцент Зәки Әлибаев менән Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин Салауат Юлаевтың шәхесе, уның башҡорт халҡы өсөн маяҡ булыуы, был һәйкәлдең милли символға әйләнеүе һ.б. тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе.
Конференцияны онлайн ҡараған уҡыусылар һәм уҡытыусылар төрлө ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды.
https://kurultai.ru/ba/content/1636-vsadnik-nad-beloj-rekoj/
Читайте нас: