-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 21:00

«Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәр конкурсы башланды

Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.

Башҡортостанда «Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәрҙең республика онлайн-конкурсы башлана. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.
Конкурста ҡатнашыу өсөн башҡорт шағирының бер шиғырын туған телдә яттан һөйләп, видеороликты «Шиғыр һөйләүселәр конкурсы» билдәһе менән [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Ғаризала ҡатнашыусының исем-шәрифен, йәшен, уҡыған йәки эшләгән урынын, әҫәрҙең исемен һәм авторын, бәйләнеш өсөн телефонды, электрон адресты күрһәтеү мөһим.
Конкурс 2020 йылдың 20 ноябренән 6 декабренә хәтлем биш йәш категорияһында ойошторола (5 йәшкә тиклем; 7-10 йәш; 10-15 йәш; 16-25 йәш һәм 25 йәштән өлкәндәр). Конкурсҡа йомғаҡ 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә яһала.
Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге.
Видеороликтар Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң ютуб-каналында баҫыла. Положение менән учреждениеның сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас в