+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 17:00

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле көнөнә ҡарата интернет-конкурстар

2020 йылдың 28 октябренән социаль селтәрҙәрҙә өс йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр башланғайны. Интернет-конкурстар 28 ноябргә тиклем бара. Икенсе конкурс

????«Әсәм теле — сәсән теле» шиғыр һөйләүселәр конкурсыКонкурста ҡатнашыусылар 2020 йылдың юбиляр шағирҙары әҫәрҙәрен яттан һөйләп, видеояҙмаларын социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра. Ш.Бабич, М.Ғафури, К.Кинйәбулатова, А.Игебаев, Ф.Туғыҙбаева, Ф.Акбулатова һәм башҡаларҙың шиғырҙарын һайларға мөмкин. Конкурста 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша.✅Ҡатнашыусы башҡорт телендә шиғырҙы яттан һөйләп, үҙенең асыҡ сәхифәһенә ҡуя һәм яҙмаһын #ШиғриТел хештегы менән билдәләй. Эштәр 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.Иҫкәрмә: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән ҡатнашыусылар яҙмаларын #ШиғриТел2 хештегы менән билдәләй.Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнә:1) Башҡорт теле туған теле булғандар араһында2) Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр араһында❗️Видеояҙманың оҙонлоғо 3 минуттан артырға тейеш түгел.Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙә ҡатнашыусының исем-шәрифе уҡыған/эшләгән урыны (ҡала, районды мотлаҡ яҙырға) әҫәр исеме, авторымотлаҡ яҙылырға тейеш.
Конкурсҡаа ерле һөйләштәр өсөн хас үҙенсәлекле телмәр ҡулланылған эштәр ҙә ҡабул ителә.Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм бүләктәр менән билдәләйәсәк. Бүләкләү тантанаһы урыны һәм теүәл ваҡыты Ҡоролтайҙың сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителәсәк.Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-32-47, 8 (347) 246-32-58.❗️Условия конкурса на русском языке на сайте kurultai.ru#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #конкурс #БашҡортТелеЙылы #ГодБашкирскогоЯзыка #БашкирскийЯзык #БашҡортТеле
Читайте нас: