+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 19:00

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле көнөнә ҡарата интернет-конкурстар

2020 йылдың 28 октябренән социаль селтәрҙәрҙә өс йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр башланғайны. Интернет-конкурстар 28 ноябргә тиклем бара. Өсөнсө конкурс

⚙️ «Тырыш!» йүнселдәр өсөн конкурсКонкурста ҡатнашырға шәхси эшҡыуарҙар, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡтар, үҙ мәшғүлдәр (шул иҫәптән һөнәрселәр) саҡырыла.✅Йүнселдәргә үҙ эше, тауары тураһында реклама ролигы төшөрөп, социаль селтәрҙәге асыҡ сәхифәлә (Бәйләнештә йә Инстаграмда) #Тырыш хештегы менән билдәләргә кәрәк.Иң сағыу һәм үҙенсәлекле реклама төшөрөүселәргә роликтарын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында күрһәтеү мөмкинлеге бирелә. Видеояҙма башҡорт телендә булырға һәм оҙонлоғо 1 минуттан артмаҫҡа тейеш.Эштәр 2020 йылдың 28 ноябренә тиклем ҡабул ителә.«Матур донъя», «Әсәм теле — сәсән теле», «Тырыш!» конкурстарына ерле һөйләштәр өсөн хас үҙенсәлекле телмәр ҡулланылған эштәр ҙә ҡабул ителә.Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм бүләктәр менән билдәләйәсәк. Бүләкләү тантанаһы урыны һәм теүәл ваҡыты Ҡоролтайҙың сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителәсәк.Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-32-47, 8 (347) 246-32-58.❗️Условия конкурса на русском языке на сайте kurultai.ru#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #конкурс #БашҡортТелеЙылы #ГодБашкирскогоЯзыка #БашкирскийЯзык #БашҡортТеле
Читайте нас: