+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 23:00

Алтынай сәй эсәме?

Төрлө илдәрҙән йыйылған 800-ҙән ашыу артистың араһында иң күп сәй эскән кеше кем булды тип уйлайһығыҙ?(дауамы сайтта)

Төрлө илдәрҙән йыйылған 800-ҙән ашыу артистың араһында иң күп сәй эскән кеше кем булды тип уйлайһығыҙ?Барыбыҙҙың да яратҡан йырсыһы Алтынай Вәлитов ижад юлының бер ни тиклем арауығын сит илдәрҙә үтә. Мысырҙа, Төркиәлә оҙайлы ваҡыттар эшләй ул. Төркиәлә, бик ҙур компанияла 800-ләп артист бергә эшләйҙәр. Төрлө илдәрҙән ижади коллективтар күп була. Ҡытай, Бразилия, Португалия, Африка илдәре һәм башҡа бик күп төрлө халыҡтар менән бер ҡасабала йәшәйҙәр, эшләйҙәр, ашайҙар, ял итәләр. Һәр халыҡ үҙенең милли ризығы менән туҡлана, үҙҙәре яратҡан эсемлекте эсәләр. Алтынай шуға иғтибар итә: башҡорттар кеүек яратып, тәмләп һәм күп итеп бер халыҡ та сәй эсмәй. Эскәндәре лә, кәсә төбөнә генә ҡойоп, бер йоторлоҡ ҡына итеп, әллә ни мулламайҙар. Уның ҡарауы Алтынай рәхәтләнеп сәй эсә! Һәм тәмле сәй эсеп илһамланып, барыбыҙ ҙа яратҡан "Башҡорт сәй эсә” йырын йырлап ебәрә лә инде!Көнөн төнөн бер туҡтамай башҡорт сәй эсә!Сәй эстем бөгөн әлбиттә, сәй эстем кисә.Ҡан йүгерә бит тиҙерәк - беҙгә шул кәрәк!Сәй эсмәгән башҡорт бармы? Йә, төртөп күрһәт!Мәтрүшкәне генә һалып, бесәндән арыпСәй эсергә ултырғанда - донъяң торһон ары!Йә, оялып торма дуҫым, торма ҡыҙарыпСәй эсергә әйҙә ултыр, ашап ултыр барын!Сәй эсә әсәй -атай ҙа, бесәй ҙә эсә!Төнө буйы, ҡайҙа булдым тейһеңме кисә?Дуҫтар менән йыйылышып, ҡыҙҙар менән шашып!Таңға тиклем сәй эскәйнек - эсебеҙ ташып!Ауырта икән башың, тамаҡҡа үтмәй ашың?Йыйырып ятма ҡашың - минең яныма ашыҡ!Һиңә кәрәкмәҫ ҡашыҡ, тотоп кил миңә кәсәИртәнсәктән- кискәсә, көнө-төнө сәй эсәм!Припев:Сәй! Сәй! Мин сәй эсәм!Сәй! Сәй! - Һин сәй эсәң!Сәй! Сәй! - Ул сәй эсә!Башҡорт сәй эсә!- (2 тапҡыр)Миңә кофе кәрәкмәй - зыян бит ул йөрәккә!Көнө-төнө сәй эскәнгә - көслө минең беләктәр!Самауырым, сәйнүгем - өҫтәлем тулы минең!Сынаяғым сеүәтәм - кәрәкмәй бер ни бүтән!Урамға сығам кисен, биш сынаяҡ сәй эсеп!Әсәй аптырай: нисек шартламай минең эсем!Һорамағыҙ, мин нисек шундай оҫта бейеүсеСеремде бирәм сисеп - быға сәйем ғәйепсе!Сит илдәрҙә күп йөрөнөм, күрҙем бик куп урындарБеҙҙең кеүек көнө-төнө сәй эскәндәр юҡ унда!Ҡырын төшөп диванда, йәки эшең булғандаҠайҙа ғына булһаң да - сәйең булһын ҡулыңда!Сәй эсергә яратһаң - ятыр йырым күңелеңәДуҫтарыңа ла тыңлат, тыңлама үҙең генә!Бергәләшеп һелкенеп ошо йырға - сәй эсәйекСәй эсә әсәй-атайым, эсә хатта бесәйем!
Миләүшә Ҡыҙрасова
Читайте нас: