+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 13:00

Сибай дәүләт башҡорт драма театры яңы спектакль өҫтөндә эшләй

Премьера декабрь башында үтәсәк.

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында яңы спектакль буйынса ҡыҙыу эштәр бара. Йәш ҡуйыусы-режиссер Регина Шәймәрҙәнова етәкселегендә артистар труппаһы Гөлдәр Камалованың тәржемәһендәге Шәүрә Шәкүрованың "Зәңгәр томандар артында" драмаһын сәхнәләштерә.
Алыҫ төбәктәрҙән Мәскәүгә килгән пьеса геройҙары тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ бәхетте көтөп йәшәй. Марат, Шамил, Зәлиә һәм Эльмира Мәскәүҙә йәшәй, әммә уларҙың бөтә уйҙары — Өфө һәм тыуған ауылы хаҡында. Тормош гөрләп тора, улар ғашиҡ була, айырылыша, кемдер хыянат итә, табыш алыу маҡсатында төрлө хәлдәргә тарыла. Драма жанры заманыбыҙҙың мөһим мәсьәләләрен күтәрергә, төбәктәрҙән килгән йәштәрҙең илебеҙҙең баш ҡалаһында ниндәй тойғо кисереүҙәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә. Пьеса көнүҙәк темаларҙы яҡтырта. Бөгөн йәштәр ҙә, олоһо ла, тигәндәй, алыҫ яҡтарға яҡшы тормош эҙләп юл тоталар. Был күренеш, әлбиттә, ғаиләгә проблема өҫтәй. Әҫәрҙең төп темаһы - яҡындарыңа булған һөйөү, мөхәббәт, ғаилә усағының тартыуы.
«Зәңгәр томандар артында» пьесаһы 2017 йылда 15-се Халыҡ-ара әҙәбиәт Волошин конкурсы (Ҡырым); 13-сө «Драма ваҡыты, 2017, йәй» халыҡ-ара заманса драматургия конкурсы; Бойондороҡһоҙ халыҡ-ара заманса драматургия конкурсы исемлектәренә инде. Башҡортостанда әлегә бер тапҡыр ғына ҡуйылған (реж. Айҙар Шәмсетдинов, БГУ) һәм ҙур уңышҡа өлгәшкән.
Сәхнәне биҙәү һәм костюмдар авторы - Юлиә Сиражетдинова, был спектакль йәш рәссамдың беренсе сәхнә әҫәре.
Ролдәрҙә: БР-ҙың атҡаҙанған артисы Әлфирә Ғәлләмова, артистар Нәфис Сәйетов, Айбулат Ғүмәров, Морат Амантаев, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Нәфисә Мәжитова, Гөлфиә Мәҡсүтова.
Премьера декабрь башында үтәсәк.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: